Все новости
Электрон хаттар
22 Ноября 2020, 14:00

Исеме мәңгеләштерелде

2017 йылдың 5 октябрендә Синие Липяги ауылы администрацияһы башлығы И.В. Нечаев исеменән хат алдыҡ. Унда өлкән лейтенант Бураҡаев Насретдин Зияйетдин улының исеме туғандар ҡәберлегенә ҡуйылған мемориаль таҡтаға яҙылыуы тураһында шатлыҡлы хәбәр һәм иҫтәлекле таҡтаташтың фотоһы ла ебәрелгәйне.#годПамятиИславыРФ #братскаяМогила #олатайым #газетаЮшатыр

Атайым, Илдар Хөрмәт улы, оҙаҡ йылдар олатаһы тураһында мәғлүмәттәр йыя. Ҡарт олатайым һәләк булған ерҙә 189-сы һанлы туғандар ҡәберлеге бар икән. Насретдин Зияйетдин улының исеме унда булмай сыға, шуға атайым олатаһын исемлеккә индереү тураһында Воронеж өлкәһе Нижнедевицкий муниципаль районы хәрби комиссариатына хат менән мөрәжәғәт итте. 2017 йылдың 5 октябрендә Синие Липяги ауылы администрацияһы башлығы И.В. Нечаев исеменән хат алдыҡ. Унда өлкән лейтенант Бураҡаев Насретдин Зияйетдин улының исеме туғандар ҡәберлегенә ҡуйылған мемориаль таҡтаға яҙылыуы тураһында шатлыҡлы хәбәр һәм иҫтәлекле таҡтаташтың фотоһы ла ебәрелгәйне.
2018 йылда атайым менән ағайым ҡарт олатайым ерләнгән урынға барып ҡайттылар. Үҙҙәре менән Үрге Мотал ауылы яландарынан тупраҡ та алып, туғандар ҡәберлегенә һалдылар. Атайым Ҡөрьән китабы алып барып, ҡарт олатайым һәм унда ерләнгән башҡа мосолман һалдаттар рухына аят уҡыған.

Әлиә ТАИПОВА, 3-сө Башҡорт республика гимназия-интернатының 7Б синыфы уҡыусыһы, “Рухи мираҫ” түңәрәге ағзаһы.
Тулы матриал 93-сө һанда.
#годПамятиИславыРФ #братскаяМогила #олатайым #газетаЮшатыр
Читайте нас: