Бөтә яңылыҡтар
Электрон хаттар
1 Ғинуар 2021, 02:00

РӘХӘТЛӘНЕП ШЫУАЛАР

Аҡһары ауылында йәшәүсе Нәйлә Солтанова үҙҙәренең йорттары алдына боҙ ҡаласығы кеүек матур итеп ҡарҙан һындар эшләп ҡуйҙы.

Аҡһары ауылында йәшәүсе Нәйлә Солтанова үҙҙәренең йорттары алдына боҙ ҡаласығы кеүек матур итеп ҡарҙан һындар эшләп ҡуйҙы.


Ҡыш бабай һәм Ҡарһылыу һындарын йәбештереп, кескәйҙәргә шыуырға тау ҙа эшләне улар. Йорт тирәһен гирляндалар менән биҙәп ауыл халҡында байрам кәйефе тыуҙырҙы.

Нәйлә Солтанова беҙҙең ауылда егерме йылға яҡын фельдшер булып эшләй. Ауылда, районда үткән барлыҡ йәмәғәт сараларында ла әүҙем ул. Етеҙ күршебеҙҙе, фельдшерыбыҙҙы ошо көндәрҙә билдәләгән юбилейы менән дә ҡотлайбыҙ. Ауылыбыҙ балаларына рәхәтләнеп шыуырға тау яһағаны өсөн уға рәхмәт әйтәбеҙ.
Читайте нас: