Все новости
Электрон хаттар
24 Июня 2021, 15:58

Вәт һиңә сюрприз!

Орлан да Орлан тип бөтә донъяға яр һалдылар, заманса хәтәр поезд, ултырһаң, самолетта осҡан кеүек кенә итеп Өфөгә барып етәһең... Машинабыҙ бар, шулай ҙа, балаларға сюрприз яһайыҡ, поезд күрһәтәйек тип (үҙебеҙҙең дә күрге килә, ысынында), ошо яңы поезд менән башҡалаға ҡунаҡҡа барырға булдыҡ. Бөгөн төшкө сәғәт икелә ултырҙыҡ, әле китеп барабыҙ.

Орлан да Орлан тип бөтә донъяға яр һалдылар, заманса хәтәр поезд, ултырһаң, самолетта осҡан кеүек кенә итеп Өфөгә барып етәһең...
Машинабыҙ бар, шулай ҙа, балаларға сюрприз яһайыҡ, поезд күрһәтәйек тип (үҙебеҙҙең дә күрге килә, ысынында), ошо яңы поезд менән башҡалаға ҡунаҡҡа барырға булдыҡ. Бөгөн төшкө сәғәт икелә ултырҙыҡ, әле китеп барабыҙ, нимә әйтәһең, рәхәтлеге тураһында һөйләп бөтөрлөк түгел - таҙа, яҡты, вагон эсе төрлө сағыу төҫтәр менән биҙәлгән, кондиционер эшләп тора - еләҫ. Балаларға ҡыуаныс- тәҙрәнән күҙҙәрен айыра алмайҙар, бигерәк тә бәләкәсебеҙ Айлинаның шатлығы эсенә һыймай - вәт һиңә Орлан, вәт һиңә, сюприз.
Айгөл Йыһаншина.
Редакциянан: иҫән-һау барып етергә, матур итеп ҡунаҡ булып ҡайтырға яҙһын. Хәйерле юлдар!
Автор:Дим Ильясов
Читайте нас: