Все новости
Электрон хаттар
7 Июня 2022, 13:40

Үрнәк ғаилә

Кинйә-Абыҙ ауылында бик егәрле, эш һөйөүсән, тырыш ғаилә йәшәй. Улар Андрей менән Флүзә Андреевтар.

Үрнәк ғаилә
Үрнәк ғаилә

Икеһе лә “Түкән” бүлексәһендә эшләйҙәр, Андрей зоотехник булһа, Флүзә һауынсы. Күп балалы ғаилә булһалар ҙа, һәр ваҡыт та үҙҙәренә йөкмәтелгән эштәрен еренә еткереп, сифатлы башҡаралар. Урындағы етәкселектән маҡтау һүҙҙәре генә ишетә улар. Уңған ғаилә үҙҙәренең хужалыҡтарында ла күп итеп мал аҫрайҙар. Баҡса тултырып емеш-еләк, йәшелсә лә үҫтерә Андреевтар ғаиләһе. Балалары Айтуған менән Нәркәс 11-12 йәштә булһалар ҙа, мәктәптән тыш әтей-әнейенә ярҙам күрһәтәләр, бәләкәй туғандарын ҡарашалар. “Атанан күргән – уҡ юнған, әсәнән күргән – тун бескән”, тип юҡҡа ғына әйтмәгән халҡыбыҙ. Улар ҙа ата-әсәһенән өлгө алып, уларға ныҡлы таяныс булып үҫәләр.
Был үрнәк ғаиләгә киләсәктә лә именлек һәм уңыштар теләйем.
Ришат ЙОМАҒОЛОВ
Кинйәабыҙ ауылы

Үрнәк ғаилә
Үрнәк ғаилә
Автор:
Читайте нас: