Һәр бер кеше үҙенең тыуып үҫкән ерен яата, уны маҡтай һәм матурлығы менән ғорурлана. Әммә бәләкәйҙән таныш булған тау, йылға, күл исемдәренең атамаһы ҡайҙан килеп сығыуы менән йыш ҡына ҡыҙыҡһынмай. Тикшеренеп китһәң, был - бик мауыҡтырғыс эш. Шулай итеп, мин тыуған ауылымдың тирә-яғындағы ер-һыу атамаларын өйрәнергә булдым һәм туплаған материалдарым «Юшатыр» гәзите уҡыусыларына ла ҡыҙыҡ булыр, тип уйлайым.
Ауылдың ихтирамлы оло старшинаһының исеме бирелгән.
Өс һыбайлы ярышҡан. Кемдең аты беренсе килгән, шуның хужаһының исемен биргәндәр.
Элек уның ысын исеме Уяҙы булған. Уяҙы һүҙе тау йылғаһын уйып килеп төшкән тигәнде аңлата. Сергеевка, Саратовка, Васильевка тигән мордва милләте халҡы вәкилдәре йәшәгән ауылдар барлыҡҡа килгәс, нишләптер йылғаны Шайтан исеме менән йөрөтә башлағандар.
Борон бер һунарсы үҙенең эте менән һунарға йөрөгән ваҡытында уға төлкө осраған. Төлкөнөң артынан ҡыуа төшкән. Саңғы менән ҡыуып етә алмағас, этен ебәрә. Төлкө боролмаға килеп еткәс тә, ҡойроғон һелтәй ҙә, үҙе икенсе яҡҡа һыпырта, ә эт ҡаянан төшөп китә. Һунарсы килеп ҡараһа, эт ҡая аҫтында имгәнеп ята, ти. Был «Ай, шайтан» тип әйткән, ти, имеш. Шайтан йылғаһы исеме шунан тороп ҡалған тип әйтәләр.
Татырлы Уй – аттар бик утларға яратҡан урын булған. Бындағы үлән татырлы булғанға шулай атағандар. Унда әлеге ваҡытта ла үлән шәп үҫә.
Ҡалмыҡтар заманында Яҡуп ауылы ерен баҫып, яулап алмаҡсы булған. Уларға беҙҙең халыҡ әйткән: «Уяҙы йылғаһының теге яғына ауыл булып ултыраһығыҙ, башҡорт милләтен, ислам динен алаһығыҙ. Шул ваҡытта ғына беҙ һеҙгә ер бирергә риза булабыҙ.» Ләкин улар риза булмай. Шуның өсөн бик ныҡ яу сыға. Беҙҙең ауыл башҡорттары ҡалмыҡтарҙы ҡыра. Шуның өсөн Ҡалмыҡҡырған тип атала был тау.
Бында борон Туҡ-Соран яғынан Һыуын-Ҡыпсаҡ ырыуы башҡорто Сәлтәш ҡарт килеп ултырған, һәм ошонда уның ҡышлауы булған.
Бер яланда ҙур имән ағасы үҫеп ултырған булған. Бер көндө был ағасты йәшен атҡан. Шунан бирле был яланды Йәшен атҡан ялан тип йөрөтә башлағандар.
Уяҙы йылғаһы буйында боронғо ыҙмалар булған. Унда Бөрйән ырыуы башҡорттары төшөп ултырған.
Тигеҙ булғанға күрә шулай исем биргәндәр. Тигеҙ Уй буйында йыраҡҡа китеүсе юл бар. Екатерина Икенсе килгән ваҡытта ефәк юлынан үткән. Хәҙерге ваҡытта ошо юлды төҙөкләндереү бара. Оҙаҡламай Ҡытай юлы ла ошо юлдан үтәсәк.
Элек туғайҙы һәр кешегә бүлеп биргәндәр. Хәйҙәр ауылдағы бик егәрле кеше булған, һәм шуның төбәгенең исеме ҡалған.
Элек кәбән аҫтына һаҡлау өсөн (үҙҙәре ашап бөтөрмәҫ өсөн) май һалып ҡалдырыр булғандар. Ҡыш көнө, кәбәнде һөйрәп ҡайтҡан ваҡытта, шул майҙы алып ҡышҡылыҡҡа ашағандар. Шуға күрә Майлы Таба тип атала был туғай.
Сатра - ул күп ағас үҫкән ер. Совет осоро ваҡытында сатралар бөткән. Халыҡ утынға яҡҡан. Хәҙерге ваҡытта сатралар тағы ла үҫеп сыҡты. Туғайҙар матурланды.
Элегерәк ҡараҡтар (ҡаҙаҡтарҙы шулай тип әйткәндәр) беҙҙең ауыл аттарын килеп баҫып алғандар һәм үҙҙәре яғына ҡыуғандар. Ауыл халҡы ҡыуып етеп, аттарын кире алып ҡайтҡан. Был атама шул ваҡиғаларға бәйле барлыҡҡа килгән.