Сараға Мәскәүҙән һәм Рәсәйҙең башҡа төбәктәренән билдәле тарихсылар йыйылған. Шулай уҡ бында Ҡытай ғалимдары ла сығыш яһай, һәм уларҙың сығышында: «Ябай халыҡ күтәрелмәһен өсөн, хөкүмәт олигархтарҙы түгел, ә шул ябай халыҡты ҡарарға тейеш», - тигән фекер яңғырай. Башҡорт дәүләт университетында үткән секциялар кәңәшмәһендә Октябрь революцияһының 100 йыллығы, Башҡорт автономияһын иғлан итеүҙең 100 йыллығы темаларына тарихсылар, философтар һәм шулай уҡ әҙәбиәт белгестәре үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған һорауҙар буйынса фекер алышты.