2012 йылдың июнь башында Иҫке Морапталдың боронғо ултырған урынында әүлиә зыяраты булыуы хаҡында әйттеләр.
Уның урынын белеүсе берҙән-бер кеше – Иҫке Морапталда йәшәүсе Шәкүрә Ишбулат ҡыҙы Әбсәләмованы эҙләп табыуы ҡыйын булманы. Йәше 80-дән ашһа ла, ул йыл һайын әүлиә зыяратына бармай ҡалмай икән. Яҡут әүлиәһе зыяраты тураһынан тау буйлап Тоҙлокүлгә табан 5-6 саҡрым алыҫлыҡта ятҡан зыяратҡа барып еттек. Унда ҡәбергә ҡағылған бағаналағы һырҙар һәм семәрҙәр үҙҙәре бер тарих булып тора. Зыяраттан саҡ ҡына аҫтараҡ әүлиәнең үҙ ҡулы менән ултыртҡан аҡ ҡайын, заман елдәренә бирешмәйенсә, әүлиә рухын һаҡлағандай, йәм-йәшел шәленә бөркәнеп, ҡупшы ғына итеп ултыра. Тау аҫтындағы Иҫке Мораптал ауылының боронғо урынында күпереп үлән үҫкән. Шәкүрә апай һөйләүенсә, был ауылға нигеҙ һалыусы Мораптал исемле ҡарт булған. Әүлиәнең вафатынан һуң бер нисә йыл үткәс, ни сәбәптәндер, ауылда көслө янғын сыға, әллә күпме өй, ҡаралдылар көлгә әйләнә. Шунан Мораптал ҡарт халыҡтың ҡалғанын аттарға тейәй ҙә әлеге Иҫке Мораптал ултырған урынға күсерә.
Иҫке Морапталдың үткәнен яҡшы белеүсе һәм һәр нәмәгә иғтибарлы Шәкүрә апай әүлиә зыяраты янында бөтә ишеткән-күргәндәрен берсә йылмайып, берсә һағыш ҡатыш моңланып, берсә ауыр уйҙарға сумып бик оҙаҡ һөйләне. Ауылға 1700 йылдарҙа нигеҙ һалынған. Унда йәшәгән төп халыҡ тәүҙә Ураҡсиндар булһа, шунан Туҡаевтар таралып китә. Әүлиә вафат булғандан һуң да, халыҡ ул ерләнгән зыяратты йыраҡ тип тормаған, 5 саҡрымдай араны йәйәүләп шунда барып доға ҡылыр, аяттар уҡыр булған.
Әүлиә үҙе үлгәндән һуң Мораптал муллаға ҡаршылағы ҡайындың төбөн ипләп кенә ҡаҙып ҡарарға ҡушҡан. Ауыл ҡарттары әүлиәне үҙе ҡушҡанса тәрбиәләп ерләгәндән һуң, ҡайын тирәһен ҡаҙып ҡараһалар – өҫтө яҡшылап ҡапланған бәләкәй генә тимер көршәк табып алалар. Уның эсендә мал тиреһенә ғәрәпсә яҙылған яҙыуҙан башҡа бер нәмә лә булмай. Ни өсөн бер кемгә лә әйтмәйенсә яҙып ҡалдырған, тигән уй килде башҡа. Ә Шәкүрә апай, беҙҙең уйҙы алдан күргәндәй, былай тип яуап бирҙе:
– Атайым мәрхүм ул саҡтарҙы илай-илай һөйләй торғайны. Әстәғәфирулла, сәсең үрә торорлоҡ динһеҙ ваҡыттар ине бит. Комсомол, партия ошондай әүлиәләргә кәмһетеп ҡарай торғайны. Шуға күрә ул, ауыл халҡына ауырлыҡ килмәһен, тип йыш ҡына Тоҙлокүл булған ергә аҫҡа төшөп ҡамыш араһында йәшәгән. Бында ауырыуҙарға дауаланырға килеүе лә уңайлыраҡ булған, сөнки тау һарҡыуында кеше күҙенә бик салынып бармай. Унан һуң ҡырҙан килеүселәр аттарын туғарып утлауға ебәргән дә үҙҙәре әүлиә янына килгән.
Үҙенең аманатын тирегә яҙып йәшереп ҡалдырыуын әүлиәнең бик аҡыллы, ауыл халҡына ауырлыҡ килтерергә теләмәүе менән бәйләргә мөмкин.
Мораптал мулла көршәк эсендәге тиреләге яҙыуҙы ғәрәпсә уҡый белгән аҡһаҡалға уҡыта. Унда әүлиә Иҫке Мораптал ауылы ултырған урындан ҡоттоң китеүен яҙған була. Ауылды Ялан Юшатыры йылғаһын кисеп сығып, уның аръяғына күсерергә кәңәш бирә. Шулай уҡ ул тау аҫтында үҙе кешеләрҙе өшкөргән урынында, был урынды халыҡҡа изгелек итһен, ауырыуҙарынан арынһын өсөн, Аллаһы Тәғәлә ризалығы менән өшкөрөп ҡалдырыуын яҙған була.
Заманаһы заманмы ни! Юҡҡа ғына кешегә бәлә тағырға торалар, шуға күрәлер инде, мулла был яҙыуҙы уҡығас, ҡәҙерләп йыйып ҡуя, ләкин асыҡтан-асыҡ был турала хужаларға һөйләргә ярамай. Ауыл ҡарттары әүлиәнең һәр һүҙенең дөрөҫ икәнлеген яҡшы аңлай. Шуға күрә күбеһе көҙгө уңышты йыйып алыу менән ауылды күсерергә тип йыйынған була. Ләкин тәҡдиргә яҙғанды күрмәйенсә булмайҙыр инде, ни эшләмәк кәрәк, ни сәбәптәндер ҡапыл янғын сығып китә лә, ауыл дөрләп янып бөтә. Шунда ғына ҡарттар әүлиәнең һүҙен тотмауҙарына үкенә, ләкин терһәкте тешләп булмай, ни хәл итәһең инде. Ҡалған ҡаралды, мал-тыуарҙы йыйып, улар Ялан Юшатыры йылғаһы аръяғындағы Иҫке Мораптал ултырған урынға күсенә.
Әүлиәнең бик зирәк булыуы, ауыл, ер-һыу яҙмышы өсөн борсолоуы тураһында Яҡут ауылында йәшәүсе Әҡлимә Заһит ҡыҙы Айытбаева осҡонланып һөйләне. Уның атаһы Шәрәфетдинде Яҡшымбәт муллаһы указлы мулла итеп ҡалдырырға уйлай. Хөкүмәт тыйыуҙарына ҡарамайынса, Шәрәфетдин ағай бер ваҡытта ла намаҙын ҡалдырмай, йома һәр саҡ ошо әүлиә ҡәберлегенә йүгерә-атлай килеп доғалар уҡыр булған. Унан һуң Тоҙлокүлгә барып етеп, унда ғибәҙәт ҡылып, һауап алып йәшәгән. Атаһының шәплегенә бөтә ауыл аптырар булған.