Все новости

ШАТЛЫҠ ЙЫРЫ

Редакциянан: Был мәҡәлә мәрхүм журналист, Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премия лауреаты Мостафа Солтановтың шәхси архивында һаҡланған. Тыуған яҡ тарихын өйрәнеүгә бәйле гәзит уҡыусыларға файҙаһы тейер тип, уны «Юшатыр»ҙа баҫырға булдыҡ.

Редакциянан: Был мәҡәлә мәрхүм журналист, Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премия лауреаты Мостафа Солтановтың шәхси архивында һаҡланған. Тыуған яҡ тарихын өйрәнеүгә бәйле гәзит уҡыусыларға файҙаһы тейер тип, уны «Юшатыр»ҙа баҫырға булдыҡ.


«Йәйге бер матур көндә беҙҙең Ялсыҡай ауылына бер төркөм ҡораллы һыбайлылар килеп төштө, – тип һөйләгәйне Өмөтхужа ағай Вәлитов. – Халыҡ йүгерешеп урамға сыҡты. Ҡарайбыҙ: күптәре таныш – ауылдаштар: бер туған Низаметдин, Миңлеғужа Вәлитовтар, Сабит Аҡъюлов, Закир Аҡсурин, Ноғоман Ҡотлогилдин (Ул Петроградтан яраланып ҡайтҡайны). Артабан Үрге Моталдан – Тимербай Рыҫҡолов, Ғәйнулла Атъйетәров, Ҡансыранан – бер туған Таип менән Таһир Имаковтар, Яҡшымбәттән – Абдулла Мирасов һәм башҡалар. Барлығы ун ике кавалерист. Шуныһы ҡыҙыҡ, улар теҙелешеп, урам яңғыратып йырлап бара. Йырҙары әле лә хәтеремдә:

Ҡоролтайға йыйылдыҡ беҙ,

Каруанһарайға барғас;

Ғәм-хәсрәттәр онотолдо,

Башҡортостан асылғас.

Башҡортостан – гөлбоҫтан,

Башҡорт бит ул арыҫлан,

Эйе шул, шулай шул,

Башҡорт бит ул арыҫлан!

Ҡыҙыл ғәскәрҙәр булдыҡ,

Аттарға һикереп мендек;

Ҡаршы килгән дошмандарҙы

Ҡыра һуғып беҙ еңдек,

Эйе шул, шулай шул,

Дошмандарҙы беҙ еңдек!

Шунан урам осона барып туҡталдылар, һәр кем үҙ өйөнә таралды, сит ауыл иптәштәрен үҙҙәренә алып инде. Аш ашап, сәй эсеп ял иткәс, ҡаршылағы Ҡыҙылтау башына менеп, уйын ойошторҙолар, йырланылар, һикереп-һикереп бейенеләр – итектәрендәге шпорҙары сылтырап торҙо. Иртәгәһен, тағы ла сафҡа теҙелеп, беҙҙең ауылдан сығып киттеләр.

Баҡтиһәң, улар Ырымбур гарнизонында хеҙмәт итә, ә ял көнөндә командование рөхсәте менән тыуған ауылдарын, ғаиләләрен күрергә ҡайтҡан икән. Ә ни өсөн ҡорал менән? Юлда банда осрап ҡуйһа тип».

Ҡорал менән ауылдарына ҡайтҡан ҡыҙылармеецтар тураһында башҡа кешеләрҙән дә ишеткәнем бар ине минең.

Үрҙәге йыр тураһында шуны әйтке килә: шатлыҡ, бәхет йыры ине ул. Сөнки башҡорт халҡы, ирек азатлыҡ өсөн быуаттар буйына көрәшеп, Совет власы ярҙамында иреккә сыҡҡас, БАССР исеме алғас, ҡыуаныстарын ошо йыр аша сағылдырған.
Читайте нас: