Все новости

Тыуған ауылым Тимербай

Мендем бейек тау башына,Өҫтән ҡарап һоҡландым!Бигерәк матур Тимербайым,Һиндәй ауыл юҡ тағын.#тыуғанАуылым #Тимербай

Ниңә һуң күңел тартыла,
Тыуған ауылым яғына.
Бик һағындым, Тимербайым,
Ҡайтып киләм тағын да.
Ҡайтһам һиңә, иҫкә төшә,
Ҡабатланмаҫ йылдарым.
Бала саҡҡа, йәшлегемә,
Алып китә уйҙарым.
Ике тауҙың араһында,
Ауыл ята һуҙылып.
Күркәм, матур йорт-ҡуралар,
Теҙелгән урам тулып.
Бына "Фидер" сылтырап аға,
Йәмле йылға буйҙары.
"Бәйеслан"дың шишмәһендә,
Бигерәк тәмле һыуҙары.
Ауыл аша бөгөлөп аға,
"Көйөргәҙе" йылғаһы.
Бала саҡта, шул йылғала,
Һыуҙар керҙек туйғансы.
Ике күлле "Һаҙ" урманы,
Тирә-яҡта туғайы.
Туғайҙарҙа яҙҙар килһә,
Һайрай һабан турғайы.
"Ҡаҙаҡауыҙ" яланында,
Йәмле, йәйелеп ята.
Бейек "Панфил" тау артына,
Ҡыҙарып ҡояш бата.
Гиҙҙем ялан-ҡырҙарыңды,
Йәшлегемде эҙләнем!
Хәтерләп табырмын тейеп,
Шул саҡтағы эҙҙәрҙе.
Урам буйлап сығып киттем,
Күңелем тартты, түҙмәнем!
Бала саҡтың һәр миҙгелен,
Урамыңдан эҙләнем.
Шул урамда, бик йыраҡта,
Ҡалды тәүге һөйгәндәр.
Гармун тартып, йырҙар йырлап,
Урамыңда йөрөгәндәр.
Мендем бейек тау башына,
Өҫтән ҡарап һоҡландым!
Бигерәк матур Тимербайым,
Һиндәй ауыл юҡ тағын.
Бына китер саҡ та етте,
Һау бул, тыуған ауылым!
Иҫән булһам, насип булһа,
Ҡайтырмын әле тағын.
Йәзкәр Ғәбдинов
Өфө ҡалаһы
#тыуғанАуылым #Тимербай
Читайте нас: