Бер тигәс тә ни яҡшы?
Башҡорт халыҡ ижадын
Төплө белһәң – шул яҡшы.
Ике тигәс тә ни яҡшы?
Илде Мәсем хандан һаҡлап
Яуға барһаң – шул яҡшы.
Өс тигәс тә ни яҡшы?
Өйрәккә әйләнгән Нәркәс ҡыҙҙың
Йөрәген яулаһаң – шул яҡшы.
Дүрт тигәс тә ни яҡшы?
Данлы Сура батырҙың
Ҡонон ҡайтарһаң – шул яҡшы.
Биш тигәс тә ни яҡшы?
Батырҙарҙың исемен
Ныҡлы белһәң – шул яҡшы.
Алты тигәс тә ни яҡшы?
“Аҡбуҙат” эпосын өләсәй
Һөйләп бирһә – шул яҡшы.
Ете тигәс тә ни яҡшы?
Ете батырҙы тотҡонлоҡтан
Алып ҡайтһаң – шул яҡшы.
Һигеҙ тигәс тә ни яҡшы?
Һәүбәндәй батыр егет
Булып үҫһәң – шул яҡшы.
Туғыҙ тигәс тә ни яҡшы?
Тарауыл ҡарттың һыҙмаһы
Тарихын өйрәнһәң – шул яҡшы.
Ун тигәс тә ни яҡшы?
Урал батыр тоҡомдары
Мәңге йәшәһә – шул яҡшы.
Уралдай батыр булайыҡ,
Телебеҙҙе беләйек!
Данлы Башҡортостанда
Аҡбуҙаттай еләйек!
Асман Рахманғолов, Яңы Таймаҫ ауылы гимназияһының
2-се класс уҡыусыһы. Көйөргәҙе районы.