Нисәмә йыл ул ерҙәр эшкәртелмәй, сәселмәй ята. Ә фермер Сарбаев Хафиз Хәйҙәр улы, договор менән 5 йылға беҙҙең ерҙәрҙе алып, эшкәртеп, сәсеп, беҙгә өй башына, берәр пайға ашлыҡ бирә ине, ә икенсе пайына Вәлидова Рәмилә, үҙе сәсмәһә ла, фермерҙәргә техникаларын һатып, ашлыҡ алып, әҙ-мәҙ булһа ла бирә ине. Былтыр пай ерҙәребеҙгә бер нимә лә бирелмәне. Ә Сарбаев, бер пайға 10 тоҡ ашлыҡ бирҙе. Килешеүҙең ваҡыты үткәс, Сарбаев шул пай ерҙәрен һорап Вәлидоваға мөрәжәғәт итеп ҡараны, ризалыҡ ала алманы. Беҙ үҙебеҙ ҙә, ерҙәребеҙҙе Сарбаевҡа бирергә теләк белдерҙек, тик килеп сыҡмай, сөнки Вәлидова ризалыҡ бирмәй. Хафиз Хәйҙәр улы, суд аша хат яҙып та ҡараны, адресат табылманы, тип хат кире ҡайтты. Хәҙер йыл һайын Сарбаев эшкәртеп, сәсеп барған ерҙәр тағы сүп яланына әйләнерме? Бындай хәлгә ҡалмаһын өсөн, шул беҙҙең ерҙәрҙе Сарбаев алһа яҡшы булыр ине. Ул ерҙәр өсөн, беҙ йыл һайын налог түләйбеҙ бит.
Ышаныс һеҙҙә генә ҡалды, хөрмәтле «Юшатырҙар». Аҫта ҡул тамға ҡуйған 15 кешенең пай ерҙәрен Вәлидованан алып, фермер Сарбаев Хафизға бирергә ярҙам итә алһағыҙ, яҡшы булыр ине.
Ихтирам менән:
1.Ҡотлогильдин Айрат
2. Ҡотлогильдина Миңъямал
3. Мәзитова Лилиә
4. Вәлидова Гөлшат
5. Хөсәйенов Флюз
6. Хөсәйенова Гөлсия
7. Вәлидов Фәиз
8. Вәхитов Рәлиф
9. Вәхитова Рәсилә
10. Йыһаншин Зөфәр
11. Йыһаншина Рәхимә
12. Хәмитова Асия
13. Хәмитов Финсур (ҡатыны үҙенә юллаған)
14. Ҡотлогильдин Руслан
15. Ҡотлогильдина Люциә.
9 апрель 2021 йыл.