20 тонна ҡош түшкәләре әле һаман булһа Ҡунаҡбайҙа. Был хәлде белгәс, контроль органдарынан кем бар, барыһы ла эшкә егелгән. Тикшереү ныҡ бара, тип хәбәр иттеләр беҙгә. Язаһы ла ҡаты булмаҡсы. Иттәрҙе урында ғына юҡ итерҙәр тип фараз итә инек, юҡ, уларҙы алып китергә тип ҡарар ҡылынған. Әле түшкәләр тоҡтарға тултырылған, тик алып сығып китергә рөхсәт әлегә юҡ. Меркурий системаһы (ветеринария) ризалыҡ бирмәгән. Көтәләр. Беҙ ҙә көтәбеҙ - үҙенә урын таба алмаған боҙоҡ тауыҡтар ҡайһы яҡтарға осоп китер?