Яҡшымбәттән Радик ағай сәхрәгә сыҡҡан. Сыҡҡан тип, гел сыға ул тәбиғәткә, был юлы, ниңәлер, күңеле ныҡ тулышҡан, яландың бер ерен дә ҡалдырмай, умырзая баҫып алған, саф һауа, яҙ һулышы. Барыһы ла "Йырла, Радик" тип әйтеп тора.
Ағайыбыҙ, үтә хисләнеп, йыр ҙа һуҙып ебәргән (тәбиғәт үҙе һорағас ни), тыуған ил тураһында, йырын яҙ елдәре әллә ҡайҙарға алып киткән. Ҡайҙалыр ситтә йәшәгән кешегә барып етһә был йыр, ғәжәпләнер ине - былай уҡ дәртләнеп йыр һуҙырға һеҙҙең ниндәй сәбәп бар? Сәбәбе етди: тыуған илдә ғәзиз ергә ныҡлы аяҡ баҫып йөрөү, тәмле һауаһын һулау, сәскәләрен, зәңгәр күген күреүҙән дә ҙурыраҡ ниндәй бәхет бар был донъяла? Хоҙай ошо байлыҡтарҙан мәхрүм итмәһен.