Все новости

Аптыраш

Күмертауҙар күп тапҡыр һемәйгән халыҡ, Толпар тигән тракторҙа ултырып йөрөнөләр заманында, Роторфлай тигән вертолетта ла остолар. Шуға, алдмағыҙ, тинеләр Улай-былай, эште башлаһағыҙ, дау күтәрәбеҙ.Алексеевкала йәшәгән бер ир «Мин бындай заводты күргән бар, төҙөһөндәр, яңыса эшләй торған завод бит ул, - тип бөтә мирға ҡаршы сыҡты. - Уртаса эш хаҡы 48 мең һум буласаҡ, һеҙ нимә, Себергә барып йөрөүе яҡшыраҡ тиһегеҙме?”Халыҡты ул, барыбер, ышандыра алманы ахры. Хәбировҡа яҙабыҙ,, Путинға... Бик булмаһа, былай: заводты төҙөп ҡарағыҙ, әгәр ҙә беҙҙе нимәлер риза итмәһә, уны шунда уҡ туҡтатаһығыҙ. Унан килеп, бик төҙөгөгөҙ килә икән, ана, Ҡансыра янында төҙөгөҙ, Воротыновкала...

Күмертауҙар күп тапҡыр һемәйгән халыҡ, Толпар тигән тракторҙа ултырып йөрөнөләр заманында, Роторфлай тигән вертолетта ла остолар. Шуға, алдмағыҙ, тинеләр Улай-былай, эште башлаһағыҙ, дау күтәрәбеҙ.
Алексеевкала йәшәгән бер ир «Мин бындай заводты күргән бар, төҙөһөндәр, яңыса эшләй торған завод бит ул, - тип мирға ҡаршы сыҡты. - Уртаса эш хаҡы 48 мең һум буласаҡ, һеҙ нимә, Себергә барып йөрөүе яҡшыраҡ тиһегеҙме?”Халыҡты ул, барыбер, ышандыра алманы ахры. Хәбировҡа яҙабыҙ,, Путинға... Бик булмаһа, былай: заводты төҙөп ҡарағыҙ, әгәр ҙә беҙҙе нимәлер риза итмәһә, уны шунда уҡ туҡтатаһығыҙ. Унан килеп, бик төҙөгөгөҙ килә икән, ана, Ҡансыра янында төҙөгөҙ, Воротыновкала.
...Магазин янында килдек. Ундағы бер нисә кеше лә өйрәтеп ҡуйғандай, беҙ ҡаршы тинеләр. Береһе: 120 эш урыны була тиҙәр, кирбес заводын асҡанда ла (уныһы Бабай кафеһы янында) тау-тау вәғәҙәләр биргәйнеләр, ана, завод урынында харабалар ғына ултыра. Дубкиҙар ҙа ҡаршы. Һеҙ, Ира ауылына барып килегеҙ, улар нимә тиер?
Киттек. Ира ауылы - ҙур ауыл. Бында ла урам тулы кеше, балалар машина аҫтына кереп тигәндәй килә. Туҡтаныҡ. Бер нисә ҡатын беҙҙе генә көтөп торғандай, һүҙ башланы:
- Кәрәкмәй беҙгә завод. Үҙҙәренең ишек алдына ултыртһындар. Рак менән үлеүселәр былай ҙа күп. Эш урыны ти? Әкиәт һөйләмәһендәр, Ирала пенсионерҙар ғына йәшәй. Шәп булғас, ауылға клуб төҙөһөндәр, йәштәр ҡайҙа барырға белмәй, ҡаңғырышып йөрөй. Клуб тип һорағайныҡ, һеҙгә не положено, тинеләр. Бәләкәй генә сыуаш, башҡорт, татар ауылдарын күргән бар, клубтары яңы, ә беҙҙең ҙур ауылға не положено- әкәмәт. Почта ла юҡ. Почтальон, бахыр, өйҙән-өйгә йөрөп гәзит тарата. Һүҙебеҙ бер- завод беҙҙә булмаясаҡ.
- Яңы, заманса завод тиҙәр ҙә, зыяны булмаҫ, бәлки....
- Булмаҫ. йомшаҡ түшәп, ҡатығы ултырмаҡсылар, имеш, һауаһы таҙа була, фәлән дә төгән. Үләкҫәнән ниндәй тәмле еҫ сыҡһын. Мәләүезгә күркә заводына барып ҡарағыҙ, тонсоғоп үлергә була. Туймазыла ла ошондай завод төҙөгәндәр икән, ундағы халыҡ та яфалана, интернеттан уҡып беләбеҙ.
Тулы материал гәзиттә сыҡты.
Читайте нас: