Назар ағайҙың үлемһеҙ йырынан был һүҙҙәр. Һөйөүҙе лә үлемһеҙ итке килә, әммә мөхәббәт тә, гөлдәр ише, гел һуғарып торғанды ярата. Ағастар менән дә шулай. Һыу һипмәй ҡара, шунда уҡ һулыйҙар. Былтыр мәсет янына ағас ултырттылар - һулынылар. Һыу һипмәгәндәр икән. Быйыл да ултырттылар ( уны йыл да ултырып, фотоға төшөп торорға була, тик һыуһыҙ интектереп үлтергәс, ни фәтеүә?). Әле бына һыу һибеп йөрөйҙәр. Ағастар ҙа һөйөү кеүек тигәнде ныҡлы аңланылар.