Башты ғына һалмайыҡ

"Привет, минем хатым Куз салыгыз тип аталыр инде, бер фермер кеше территориясына рохсатсез керган, Эйе, шул ук басыу, Таймас урена менеп еткас ун яктагы. Балки интервью алырсыгыз, тикшереуселар килгансе".

Был турала бер яҙғайныҡ инде. Беҙҙең эш шул: хат килде иһә, бигерәк тә ялыу булһа, асылына төшөнөргә тырышабыҙ, компетентлы тип һанаған кешеләрҙең фекере, яуабы баҫыла. Шуның менән бөттө- беҙҙең ҡулда ҡәләм. гәзит -фекерҙәр яланы. Әкәмәт килеп сыға: дәүләттә ҡырҡмаһа ҡырҡ контроль органды, чиновниктар, тағы әллә кемдәр бар, ә Ялсыҡайҙың бер ере, кемдеке, нисек, ҡалай икәненә лә осона сығып булмай. Теге саҡ материал булды, пайщиктар ҙа, башҡаһы ла яуап алғандыр, тынысланғандыр (хәйер, нисек тынысланһындар инде - ерҙәрен барыбер үҙҙәре теләгәнсә тотона алмай) тиһәк.... Әлегә юҡ икән. Был хатта күҙ һалығыҙ тигәндәр, күҙҙе лә һалырбыҙ, ҡолаҡты ла.
Ер тип, ата-баба меңәр йылдар дауамында башын һалған, бына шул башты ғына барыбыҙға ла һаҡлап ҡалырға ине. Аҙаҡ, йөҙәр гектар баҫыуҙар кәрәк булмаясаҡ, бер нисә аршин ғына ер етәсәк.
Читайте нас