Ырымбур матур ҡала икән

Кисә ҡаланың М.Искужин исемендәге прогимназияһын тамамлаған 4-се класс уҡыусылары Ырымбур ҡалаһына сәйәхәткә барған.

Уларҙы оҙон юлда класс етәкселәре Лилиә Әлибаева һәм Гөлнара Дәүләтова һәм бер нисә әсәй оҙатып барған. Балалар тәүҙә «Еңеү Салюты» тип аталған мемориаль музейға барған, унда бик күп ҡыҙыҡлы мәғлүмәт алғандан һуң, уҡыусылар Оҫталар ҡаласығына йүнәлгән, бында төрлө һөнәрҙәр тураһында белем алғандар. Артабан был сәйәхәттең иң көтөп алған урыны «Лимпопо» аквапаркына йүнәлгәндәр. Эҫе көндә рәхәтләнеп һыу инеп, күңел асып, ял итеп, бик күп ыңғай тәҫьораттар алып ҡайтҡандар.
- Нисек оҡшанымы?
- Бик оҡшаны, Ырымбур матур ҡала икән.
Читайте нас