Кешегә күпме ер кәрәк?

Үлгәс, кешегә ике метр ҙа ер етә тиҙәр, тик тереләр улай уйламай, кәртәһен саҡ ҡына күрше яғына шылдырып ултырһа ла үҙен ҡәнәғәт тоя - Лев Толстой "Много ли человеку земли нужно" тип әллә ҡасан баш ватҡан, был һорау әле лә киҫкен тора. Был турала киләһе һандарҙа гәзиттә яҙырбыҙ.

Кисә ул фотоға төшмәйем тине. Биҙәнеп-төҙәнеп ултырыр саҡ түгел, эш күп, - алдындағы ҡағыҙҙар өйөмөнә ымланы.
Юлиә Ниғмәтуллина, район хакимиәтенең муниципаль һәм ер контроле баш инспекторы.
Беҙҙең ата-баба ғүмере буйы ер өсөн һуғышҡан, әле генә уның ҡәҙере китте, булған ерен ташлай ҙа Себер китә лә баралар, тип уйлаһаҡ, хәлдәр улай түгел икән. Күрше менән күрше ер өсөн талаша. Бындай ялыуҙар Мораптал, Илкәнәй ауыл биләмәләренән күп икән (аптырайһы түгел - географик яҡтан урынлашҡан ерҙәре ҡайҙа шәп, шунда ер ҡәҙерлерәк). Үлгәс, кешегә ике метр ҙа ер етә тиҙәр, тик тереләр улай уйламай, кәртәһен саҡ ҡына күрше яғына шылдырып ултырһа ла үҙен ҡәнәғәт тоя - Лев Толстой "Много ли человеку земли нужно" тип әллә ҡасан баш ватҡан, был һорау әле лә киҫкен тора.
Был турала киләһе һандарҙа гәзиттә яҙырбыҙ.
Читайте нас