- Юлиә Ришат ҡыҙы, ер-ер тип, ҡабатлайбыҙ. Хәҙерге заман кешеһе өсөн дә ер етмәйме? Беҙҙең ата-баба ғүмер буйы ер өсөн һуғышҡан, әле генә уның ҡәҙере китте, булған ерен ташлай ҙа Себер китә лә баралар, тип уйлаһаҡ, хәлдәр улай түгел икән.
- Элек тә бындай күренештәр, әлбиттә күҙәтелеп килде, әле һаман да күрше менән күрше ер өсөн талаша. Ер етмәй. Ер законын боҙғандары өсөн ялыуҙар яҙалар.
- Күбеһенсә ер етмәү, ер бүлешеү осраҡтары районыбыҙҙың, ниндәй ауылдарында күҙәтелә?
- Бындай ялыуҙар Яңы Мораптал, Керәүле-Илюшкин, Илкәнәй ауыл биләмәләренән күп килә. Сөнки географик яҡтан шәп ерҙә урынлашҡан ауылдар (Керәүле лә микән? ред.). Ҡалаға яҡыныраҡ, күсеп ҡайтыусылар һаны арта.