Аҙаҡҡыһы түгел

"Быйыл республикала "Башҡортостан шишмәләре" тигән экологик проект тормошҡа ашырыласаҡ. Баҡһаң, бындай проект Рәсәйҙә бөтөнләй юҡ, беҙ беренселәр икән!" Ошолай тип яҙғайныҡ йыл башында https://vk.com/yshatir?w=wall-33983974_43133.

Кемдер, бәлки, был турала онотҡандыр, тик таймаҫтар түгел. Хәйер, уларға махсус рәүештә шундай-шундай проект, акция бар тип әйтеү-төрткөләү кәрәкмәй, улар үҙҙәре белә, ауылға нимә кәрәк-кәрәкмәй икәнен.
Шалтран шишмәһе - Таймаҫтың бренды тиһәң дә була, күҙ ҡараһы кеүек һаҡлар шишмә. Балалар ҙа был турала яҡшы белә һәм йыл да уны таҙартып, ҡарап ҡына тора. Әле бына сираттағы тапҡыр өмәгә сыҡҡандар, сираттағы - аҙаҡҡыһы түгел.
Автор:Дим Ильясов
Читайте нас