Һыныҡҡа һылтау

Һуңғы мəл иң актуаль мəсьəлə булып (башҡаһы - урып-һуғыу, мал аҙығы əҙерлəү, юлдар, һыу, уттан тыш) ауылдағы йорттарҙың хəле ҡалҡып сыҡты. Дөрөҫөрəге, район хакимиəте үҙе ҡалҡытты: район башлығы бер нисə йəмле йорт фотоларын ҡуйып, бына ҡайһы берəүҙəр нисек йəшəй, ə икенселəренең өйөнə ҡарағы ла килмəй, ямаҡ тине. Йорттоң хужаһы булмай, ул ташландыҡ булһа бер хəл, бында хужалы йорттар тураһында əйтəм.

Һыныҡҡа һылтауҺыныҡҡа һылтау
Һыныҡҡа һылтау

Шунда уҡ башлыҡтың интернеттағы һəр яҙғанына йəрхəмбикалла тип ултырғандар «Дөрөҫ əйтəһегеҙ, матур йорт – ауыл күрке, йəмһеҙенə – ғибрəт” тип хуплай һалды. Икенселəре «Кешене хөкөм итмəгеҙ, һəр кемдең үҙ яҙмышы, бəлки, кемдеңдер йортон матурлауға түгел, ашарына ла аҡсаһы юҡтыр» тип ҡаршы төштө. Юлай Ильясов: «Һуң, ишек алды, ҡапҡа алдындағы үлəнде сабыр өсөн аҡса кəрəкме ни, күптəр һыныҡҡа һылтау тип, йортон, ишек алдын матурламай» тип үҙенекен тылҡыны. Шулай ҙа фотоларҙа үлəне сабылған йорттар түгел, ə семəрлəп биҙəлгəн, матур итеп буялған йорттар ҡуйылған ине – быларҙы аҡсаһыҙ эшлəп булмай. Һуңғы ваҡытта төҙөлөш материалдарына хаҡтың 300-əн артыҡ процентҡа артҡанын иҫəпкə алғанда (хаҡ үҫеүен хатта Путин да туҡтата алмай), ҡаға-һуға, буяй-ағарта торғаны тураһында оноторға ла тура килер, үлəнде генə сапмағанда, салғы һəр кемдə бар.

Автор:Дим Ильясов
Читайте нас