Ирина Ибраһимова йыл да тыуған тупрағына ҡайтып әйләнә, Миәкә яҡтарына. Тормош һәр саҡ беҙ теләгәнсә бармай, күңелдә толҡа булмаһа, иләҫ-миләҫ саҡтарың булһа, таяныс кәрәк, Ирина Ринат ҡыҙының был йәһәттән, шөкөр, барыһы ла һәйбәт, бына ир, бына балалар, атай-инәй, бына коллегалар, Яҡшымбәт, туғандар... Шулай ҙа тыуған яҡ - тыуған яҡ инде, ҡайтып төшөү менән икенсерәккә әйләнәһең, хәс бала саҡҡа кире ҡайтҡан һымаҡ. Нарыҫтау бит ул! Уның битләүендә, сәскәле күлдәген ялпылдатып, һаман бәләкәс Ирина йүгереп китеп барған кеүек. Еләк йыйған, сөгөлдөр утаған, бесән сапҡан ерҙәр... Кистәрен усаҡ яҡҡан, таңға ҡәҙәр уйындарҙа йөрөгән (ҡайҙан килгән ул саҡлы дәрт?) урындар. Илһамы әллә күпмегә етерлек, ҡайҙа бында Кипр, Анталиялар, Миәкәгә етә буламы һуң улар?
Ғәзиз төйәгебеҙ йәшәһен, унда беҙҙе гел бала-саҡ, йәшлегебеҙ һағынып торһон. Аҙаҡ артыбыҙҙан оҙатып ҡалһын: "Йөрөгән юлдарың имен булһын, ҡыҙым, тағын ҡайт, мин һине көтәм".