

Әлегә ППМИ-ла үтәсәкбеҙме юҡмы, нисә һумдан йыйылырға кәрәк буласағы ла билдәһеҙ. Шулай ҙа ауылдаштарыбыҙ менән һәр йорттан 3-әр мең һум йыйылышырға һөйләштек. Шулай уҡ ситтә йәшәгән ауылдаштарыбыҙ ҙа, балаларыбыҙ ҙа ярҙам итәсәктәр. Аҡсалар ауылыбыҙҙың имам-хатибы Рәжәп Балхиевҡа тапшырылып бара. Яйлап йыйыла башланы ла инде. Әгәр ҙә ППМИ-ла үтә алмаһаҡ та, был аҡсалар иҫәптә буласаҡ һәм йыйылған сумма, бер һүҙһеҙ, зыяратыбыҙҙы төҙөкләндереүгә йүнәлтеләсәк. Шулай, ятып ҡалғансы, атып ҡал тип тырышып йөрөйбөҙ.
Яманғол йыйылышы хаҡында материал бөгөн гәзиттә баҫылды.