Ерҙәребеҙ, һыуҙарыбыҙ
25 Октября 2021, 11:47

Һеҙҙе кем уҡыһын?

Илкәнәй ауылы халҡы ғүмере буйы сәскән картуфлыҡ ерһеҙ ҡалған - Башҡортостандың Ер һәм милек министрлығы был буш ерҙәрҙе һатыуға ҡуйған (17 гектар ер) һәм унда яңы хужа килгән.

Һеҙҙе кем уҡыһын?Һеҙҙе кем уҡыһын?
Һеҙҙе кем уҡыһын?

 Лот интернетта һәм Комсомольская правда гәзитендә генә баҫыла- Илкәнәйҙә КП-ны тотоп, еремде бында һатмайҙармы икән тип эҙләп ултырыуы икеле. Яңы хужаға шылтыраттыҡ (уңарсы бер нисә кешенең фекерен дә алдыҡ):
- Һеҙ кем, прокурормы әллә, ниңә мин һеҙҙең һорауға яуап бирергә тейеш? Һеҙҙе кем уҡыһын...
Прокурор булмаһаҡ та, йүнле кеше бик уҡымаһа ла, һөйләшеү яҡшы ғына юҫыҡҡа төшөп китте. Был турала тулы материал киләһе һандарҙың береһендә баҫылыр.

Фотола: был ерҙәрҙе илкәнәйҙәр үҙҙәренеке тип йөрөй ине, картуф уңһын тип, тиреҫ тә сығарып түккәйне....  
Автор:Дим Ильясов
Читайте нас