Все новости
Ерҙәребеҙ, һыуҙарыбыҙ
5 Декабря 2021, 10:15

Көйөргәҙе районы йылғалары шәжәрәһе

Бер заман Көйөргәҙе ерен туйындырыусы йылғалар - Көйөргәҙе, Туғыҙтимер, Шайтан, Юшатыр бәхәс ҡороп ебәргәндәр икән, ти: ҡайһыһы кәрәклерәк, аҡыллыраҡ, ҡайһыһы матурыраҡ, данлыраҡ икәнен бер нисек тә асыҡлай алмағандар. 

Көйөргәҙе районы йылғалары шәжәрәһе
Көйөргәҙе районы йылғалары шәжәрәһе

Көйөргәҙе районына исем биреүсе Көйөргәҙе йылғаһы бәхәскә нөктә ҡуйған, ти: “Тауышланмағыҙ, дуҫтар! Барығыҙ ҙа бик кәрәкле йылғалар һеҙ, ә иң мөһиме – беҙ бит туғандар. Шәжәрәне белмәү ана нимәгә килтерә, ҡарағыҙ әле бында”, – тигән дә Көйөргәҙе һыуын өҫкә һирпеп ебәргән.Ҡояш яҡтыһында йәйғор барлыҡҡа килгән һәм уның офоҡҡа тоташҡан еренән саҡ ҡына өҫтәрәк ғәжәп ағас пәйҙә булған. Ул ағас быуындар бәйләнешен күрһәтеүсе ағас икән. “Туғыҙтимер, Юшатыр! – тип һүҙен дауам иткән Көйөргәҙе, – беҙ бөтәбеҙ ҙә Һаҡмарға ҡоябыҙ. Тимәк, беҙ бер туғандар. Һаҡмар – беҙҙең атай. Ә һеҙ атайҙың туғандарын, олатайҙы беләһегеҙме?”. “Юҡ, белмәйбеҙ. Һөйлә әле, Көйөргәҙе апай!” – тип сылтыр–сылтыр килгән улар. Шайтан хатта шатлығынан Көйөргәҙене ҡосаҡлап алған, ти.
“Тыңлағыҙ, улайһа”, – тип һөйләп киткән, ти Көйөргәҙе: “Борон–борон заманда, күп йылдар артылышында, йәшәгән, ти, Йәнбирҙе менән Йәнбикә тигән ирле–ҡатынлы кешеләр. Улар үлемдең ни икәнен дә белмәгән. Шүлгән һәм Урал исемле малайҙары булған, ти. Шүлгән, оло малайы, үҙ һүҙле, ата–әсә һүҙен тотмаған малай булған. Ә Урал ҡустыһы сабыр, тыйнаҡ, аҡыллы малай булған. Бер ваҡыт аталары уларға ил гиҙеп йөрөп, Йәншишмәнән тере һыу алып ҡайтырға ҡушҡан.
Урал күп ерҙәр үткән, күп илдәр гиҙгән, кешеләрҙе дейеүҙәрҙән ҡотҡарған, ти. Дейеүҙәрҙе, яуыздарҙы еңгән һайын ил аҡһаҡалдары уны хөрмәтләп, илгә хужа бул, Урал батыр, тип иң һылыу ҡыҙҙарын кәләш итеп алырға димләгәндәр, ти.Шулай итеп, Уралдың өс ҡатындан өс улы тыуған, ти. Оло улы – Яйыҡ, уртансы улы – Нөгөш, кесе улы Иҙел булған.
Шүлгән иң еңел юл һайлаған, нисек тә үҙе данлы булыу өсөн төрлө хәйләгә, яуызлыҡҡа, уҫаллыҡҡа барған, хатта ҡустыһы Уралға ҡаршы һуғышып, уны дошман күргән. Уралдың өсөнсө ҡатыны Һомайҙың бер туған һеңлеһе Айһылыуға өйләнеп, улы тыуғас, уларҙы ташлап киткән, ти. Улының исеме Һаҡмар булған. Ҡарағыҙ әле ағастың тамырҙарына, тип, ағас-шәжәрәгә күрһәткән. Беҙҙең олатай Шүлгән булып сыға. Һаҡмар атаһының ҡустыһы Уралға барып баш эйгән: “Әсәйем менән һөйләшеп, мин атайымдан баш тарттым, һинең улың булырға теләйем”, – тигән. Шулай итеп, беҙҙең олатай Урал булып киткән”.
Йылғалар ғәжәпләнеп, ағыуҙарынан туҡтап торғандар, ти. Шайтан ҡапыл телгә килеп: “Әйтәм, ҡайһы берҙә ҡотороп, шашып китәм, олатайым Шүлгәнгә оҡшағанмын икән”.
Юшатыр ғорурланып шунда уҡ ҡобайыр сығарған, күмәкләп көйләп тә ебәргәндәр, ти:
Беҙ – Һомайғош бүләсәләре:
Көйөргәҙе, Юшатыр, Туғыҙтимер
Һәм Шайтанҡай булабыҙ,
Ете быуынды белеү –
Беҙҙең изге йолабыҙ.
Урал батыр улдары:
Иҙел, Яйыҡ, Нөгөшө;
Өс балаға – бер ата,
Тик әсәләре башҡа.
Дүрт йылғаны буйлатып,
Торлаҡ ҡороп, таралып
Айырым донъя ҡорғандар.
Дүрт батырҙың исеме
Дүрт йылғаға ат булған,
Онотолмаҫ зат булған,
Быуын-быуын ҡалғандар.
Уларҙы ишетеп, Көйөргәҙе йылғаһы башланған Ҡурайлы тауындағы ҡыҙҙар таң ҡалғандар. Улар ҙа ауылдаштарының йыры менән яуап ҡайтарғандар, ти:
“Беҙ – бөрйәндәр, ҡыпсаҡтар,
Ҡары-ҡыпсаҡ, тамъяндар,
Милләтебеҙ беҙҙең – башҡорт,
Беҙ бит сағыу йондоҙҙар.
Башҡорт телендә һөйләшеп,
Илебеҙҙә йәшәйбеҙ.
Ҡурайлы тауынан сыға
Көйөргәҙе һыуҙары,
Шул һыуҙарҙы эсеп үҫкән
Көйөргәҙе ҡыҙҙары”.

Рәмилә Рахманғолова, Көйөргәҙе районы хакимиәтенең мәғариф бүлеге методисы

Автор:Дим Ильясов
Читайте нас: