Все новости

Бал ҡорто һәм Иңкеш

Бер төркөм француз эшҡыуарҙары Башҡортостанда арендаға ер алып, башҡорт балы етештерергә хыяллана ине.

Бал ҡорто һәм Иңкеш
Бал ҡорто һәм Иңкеш

Осоп йөрөп, ғәҙәтенсә, тегеләй-былай,
Ҡупшы Иңкеш Бал ҡортона килде шулай.
Өндәште уға, юхаланып: "Килдем, туған!
Күңелем һине һағыныу хисе менән тулған.
Төбәгегеҙ былай бик тә матур икән,
Юлдары борма булһа ла, таҡыр икән.
Ул тауҙары, ҡаялары күккә ашҡан,
Көмөш һыуылы шишмәләре тулып ташҡан.
Киң далалар меңәр-меңәр гектар икән.
Ололайҙар һине Балтабыр тип,
Бик тә уңған, бик тә тырыш, бик сабыр тип.
Йыйған балың бар донъяла, танылыу алған,
Ҡайһы бер көнсөл әҙәмдәрҙе уйға һалған.
Ундай түгел бит мин үҙем, көнләшмәйем,
Тырнаҡ аҫтыңдан һинең кер эҙләшмәйем.
Һинең менән бигерәк беҙ яҡын туған,
Дошмандарҙы олатай бергә ҡыуған..."
Бүлдерҙе Бал ҡорто Иңкештең һүҙен:
"Һин - наҙан! Белмәйһең тарихты үҙең.
Кем ҡыуған, кем ҡыуылған ваҡыт белергә,
Үткән эштәргә баһаны дөрөҫ бирергә.
Белеп ҡал һин беҙҙең батыр туғандарҙың
Йәһәннәмгә саҡлы һеҙҙе ҡыуғанын".
Иңкеш әйтте:
"Үткән эшкә салауат бит - ғөрөф шундай,
Минең һиңә тәҡдимем бар бик тә ҡулай:
Ырыуҙаштарың менән һөйләш һин, белеш,
Миңә лә ерегеҙҙән бүлеп бир өлөш.
Татлы балығыҙҙы бергәләп йыйырбыҙ,
Донъя баҙарына һатыуға ҡуйырбыҙ.
Был турала бер үк ситтәргә һөйләмә
Табышы уртаҡ булыр һиңә лә, миңә лә".
Бал ҡорто әйтте:
-Ҡасан һинең бал йыйғаның бар һуң, Иңкеш?
Көлдөрөп йөрөмә кеше! Ос бынан көш-ш-ш!
Балыбыҙға ҡул һуҙғандар булған һәм бар.
Ундайҙарға әҙер беҙҙең уҡтар!
Китте осоп Иңкеш бик тә ҡурҡып, буғай...
... Тамам булыр мәҫәлебеҙ бына шулай
Был мәҫәлдең мәғәнәһе ябай, шөкөр.
Төнъяҡ Амурҙары, туған, иҫеңә төшөр.
Закир ӘКБӘРОВ, Күмертау ҡалаһы

Автор:Дим Ильясов
Читайте нас: