Ҡармағын тотоп ул ҡайҙарҙа ғына булмай, Зәк-Ишмәт яҡтарын арҡырыһына-буйына йөрөп сыҡты, башҡа ер-һыуҙарҙы ла үҙ итә.
- Бөгөлсән карьерына барһам, әллә уны уратып йөрөйҙәр. Будка ҡуйғандар (фотола). Күмертауҙың разрезын да әллә кем алған. Ҡайҙа бара донъя? Беҙҙең кеүек ябай кешегә хәҙер, иркенләп ултырып, балыҡ тоторға ла ирек булмаймы - һәр ерҙе әллә ниндәй хужалар - капиталистар килә лә баҫа. Ошоно белешегеҙ әле. Был борсоулы хәл, тора-бара, аҡсаһы булмаған кешегә, ҡармағын ваннаһына ғына тығып ултырырға тура киләсәк.
Был тема гәзиттә яҡтыртылыр.