Тик тынғылыҡ тигәнде белмәй, бер юлы, әллә нисә йыл элек, беҙ уның ялыуы буйынса барған да инек (күршеһе менән һыйышмай, араларынан үткән тыҡрыҡҡа бәйле ине ялыуы). Бына әле лә ошо тыҡрыҡ тыныслыҡта ҡалдырмай икән.
- Күршенең ерен ҡара ла, минеке ҡара. Уныҡы минекенән ун сутыйға бәләкәй документ буйынса, ә күпме ерҙе алған. Быныһы ярар, тауҙан ағып төшкән һыу элек уның яғынараҡ аға ине, силсәүит менән дуҫ булғас, һыуҙың йырынын минең яҡҡараҡ шылдырҙы. Хәҙер барлыҡ яҙ һыуҙары минең картуф баҡсаһын тултыра, мин сәсә алмайым.
- Күпме ул һинең ерең?
- 41 сутый, күршенеке - 31.
- Лев Толстойҙың "Кешегә күпме ер кәрәк" тигән хикәйәһен уҡыныңмы?
- Юҡ. Тик беләм - кешегә күп кәрәкмәй, ана анауында (зыярат яғына ымлай) барып ятһаң, бер аршин да етә.
- Һуң....
- Мин ғәҙеллек булһын тип йөрөйөм.
Райондан килеп төштөләр. Бер ылау. Район Советы сәркәтибе Ә. Исламғолов, ер комитетынан Ю. Ниғмәтуллина, административ комиссиянан И. Ибраһимова. Юлия Ришат ҡыҙы ҡыҙҙы ла китте:
- Был тыҡрыҡты нишләп кәртәләп ҡуйҙың, общественный ер ул, үләнең дә сабылмаған. Үҙеңә хәҙер ике протокол төҙөйөм.
- Төҙө, атаҡ. Ҡалай жаркий ул һин. Ярар кәртәне алырмын, ә аҡҡан һыу менән нимә эшләргә?
Күпте күргән хакимиәте кешеләре менән берлектә, Шәкүр бабайҙың киң ишек алдын, футбол яланынан ҙурыраҡ баҡсаһын йөрөп сыҡтыҡ, хәл бөттө.
Материал - киләһе һанда.