-4 °С
Облачно
Ә Таймаҫ ҡыҙҙары донъялағы иң егәрле ҡыҙҙар һанала. Һәм иң сибәрҙәре лә улар тип әйтәләр.
Тыуған ерҙең шифалы һауаһын һулап, гүзәл ҡырҙарҙы гиҙеп, еләк йыйыуҙан да рәхәт шөғөл бармы икән? Тәнгә ял, унан бигерәк, йәнгә - сихәт. Таймаҫ ауылының үҙҙәре лә еләк кеүек кенә ҡыҙҙары ошо ялдарҙа еләккә барған. Гөлгөнә, Лилиә, Азалия, Эльвира, Гөлйөҙөм - исемдәрен әйтеү менән үк телгә тәмле тәм килә.
Эй ғәзиз еребеҙ, рәхмәт һиңә, бушлай биргән байлығың һәм бына ошондай ҡыҙҙарың өсөн. Ошо гүзәлекте күреү өсөн генә булһа ла донъяға тыуырға кәрәк булған икән.