- Тыуған яғыбыҙ тәбиғәте шул тиклем шифалы, файҙалы үләндәргә бай. Бер көн иртән үҙебеҙҙең Яҡшымбәт ауылы эргәһендәге Иҫмаил буйҙарында йөрөп килдем. Аяҡ аҫтындағы дарыу үләндәренең күплегенә таң ҡалдым. Уларҙың һәр береһен өйрәнергә, ҡулланырға кәрәк.
Үләндәр буйынса бәләкәй генә тәжрибәм менән уртаҡлашайым әле. Йыш һорайҙар: ҡасан йыйырға, нисек һаҡларға. Мин, әлбиттә, белгес түгел. Шулай эшләү дөрөҫ тип әйтә алмайым. Үҙем нисек эшләйем, шуны ғына яҙам. Ләкин үлән дә, дарыу кеүек үк, кемгәлер ярай, кемгәлер файҙаһыҙ булыуы мөмкин. Табип кәңәшенә лә ҡолаҡ һалыу бик мөһим. Үләнде ҡулланғанда, организмдың көйөнә иғтибар итеү кәрәк. Артыҡ күп ҡулланып аллергия булдырмағыҙ. Үлән эшкәртеүҙә төп этаптар: Йыйыу, айырыу, һаҡлау.
Йыямын: япраҡ һәм сәскәләрен июль уртаһына тиклем (был һуңғы срок). Тамырҙарын август аҙағында, сентябрь, Октябрь айҙарында.
Айырыу: әлбиттә, иң яҡшыларын.
Һаҡлау: төрлөсә. Киптереп, туңдырып, настойка эшләп. Киптергәндә, сәскәләрен, япраҡтарын, һабаҡтарын айырым киптерергә була. Настойка эшләгәндә, медицина спирты, йә өй шарттарында эшләнгән, таҙартыу үткән спирт ҡулланам. Араҡы ҡулланмайым.
Әлеге мәлдә, еләк япрактары (земляника), гөлбаҙран (зверобой), кейәү үләне (чабрец) киптерергә ҡуйғанмын. Сәнскәк (шайтан тояғы, чертополох) сәскәһен спиртҡа һалғанмын. Дегәнәк япрағынан һут эшләнем. Татарниктың сәскә атыуын көтәм (ошо көндәрҙә әҙер була).
Был яҙманы тәжрибә уртаҡлашыр, үлән оҫталарының фекерҙәрен ишетер, кәңәштәрен алыр өсөн яҙҙым. Һеҙҙән тәҡдимдәр, кәңәштәр көтөп ҡалам.
Шифалы үләндәр, уны йыйыу, һаҡлау, ҡулланыу, дауаланыу рәтен белгәндәр тураһында ҙур материал киләһе һанда баҫыла.