Все новости
Ерҙәребеҙ, һыуҙарыбыҙ
15 Августа 2022, 09:17

ТЫУҒАН АУЫЛЫМ

Йәнем әсей, ауылымды күрһәм. 

ТЫУҒАН АУЫЛЫМ
ТЫУҒАН АУЫЛЫМ

Йәнем әсей, ауылымды күрһәм,
Ниңә моңһоу минең Түкәнем?
Киләсәгең һинең бик томанлы,
Гүзәл ине һинең үткәнең.

Бала сағым, Көйөргәҙем минең,
Сер һөйләгән яңғыҙ имәнем.
Йәшлек эҙҙәремде эҙләп килдем,
Ят тел тыңларға тин килмәнем.

Мирхәйҙәр, Зәйнулла бабай ҡайҙа,
Фәғилә, Фатима, Маһи инәйҙәр?
Ҡаҡ тау башы. Совхоз, ферма тора.
Таныштарым: "Әйҙүк,"- тимәйҙәр.

Моңло бер йыр гүйә өҙөлгәндәй,
Йәштәр йыры ҡапыл туҡтаны.
Киске уттар янмай инде хәҙер,
Был тормошто кемдәр бутаны?

Һин ҡараған ирҙәр, аҡһаҡалдар,
Ниңә Түкәндән һеҙ күстегеҙ?
Һеҙ бит ошо ерҙә тыуып-үҫеп,
Көйөргәҙем һыуын эстегеҙ.

Ауыл иҫкә төшөп, йөрәк әрней,
Илағылар килә уҙғанда.
Тергеҙербеҙ тыуған нигеҙҙәрҙе
Ярҙам ҡулын күмәк һуҙғанда.

Тамырынан йолҡҡан ағас ҡорой,
Сит ерҙәрҙе ул да ерһенмәй.
Ҡайтарайыҡ ата-баба рухын,
Үҙ ит нигеҙеңде, күпһенмә.

Үткәндәрҙе ҡайтараһы ине,
Ерҙе ҡотолдороп йәберҙән.
Юғалтмайыҡ ата-баба рухын,
Йән биргәнгә Алла йүн биргән.

Ауылдаштар, әйҙә, бергәләшеп
Тергеҙәйек тыуған төйәкте,
Гәзиз еребеҙҙең киләсәге
Булһын ине ныҡлы һәм яҡты.
Нурия ХӘЛИЛОВА. 

Автор:Дим Ильясов
Читайте нас: