2 ноябрь көнө Бәләкәй Муса халҡы дау күтәрҙе. Фермаларын сит ил гражданы килеп алып, ерҙәренә лә ҡул һуҙа башлағайны. Ғауғаһы күп булды, ауыл халҡы хаттар яҙҙы, депутатҡа, полицияға, район хакимиәтенә өндәште.... Ҡотолдороғоҙ беҙҙе был михнәттән - ошо ине ялбарыуҙары - мөлкәткә ҡул һуҙыуы етмәгән, ҡурҡыта, янай. Торараҡ был кеше фермаһы янында мәйет таптылар, бер берәҙәк үлгән булып сыҡты, уны ауыл хакимиәте үҙ көсө менән күмеп ҡуйҙы. Саҡ ҡына ваҡыт үткәс, ферма янып китте. Халыҡтың күҙ йәше төшә тиеүселәр ҙә табылды (былар барыһы ла Юшатырҙа яҙылды). Сит ил кешеһенән ҡотола алмай бер булалар ине, ниһайәт, уны тыуған иленә оҙатҡандар икән - Бәләкәй Муса халҡы иркен тын алып ҡуйҙы, ҡайтҡас, һәйбәт, туйған ерҙән, тыуған ер яҡшы. Был ваҡиғаның яҡшы яҡтары ла бар - Илкәнәй биләмәһе ерҙең ҡәҙерен белә башлаған, етеҙ генә сабынлыҡ, көтөүлек ерҙәрен оформить итә башлаған. Рәхмәт һиңә, сит кеше. Кеше күңелдәрендә революция яһаған өсөн. Фәһем өсөн.
Фотоларҙа: былтырғы халыҡ сходынан күренештәр.