Все новости
Ерҙәребеҙ, һыуҙарыбыҙ
21 Декабря 2022, 10:52

Ғәләмәт

Көйөргәҙе районындағы Илкәнәй ауылын күргәнегеҙ бармы?

Ғәләмәт
Ғәләмәт
Юҡ ти? Бына ғәләмәт, донъялағы иң матур ауылдарҙың береһен күрмәй, нисек йәшәйһегеҙҙер, иҫ-аҡыл етмәй.
Бик күркәм ауыл ул. Күмертау ҡалаһына ла, Мәләүезгә лә яҡын ғына ерҙә урынлашҡан - әллә ата-баба (Тамьяндар) тора-бара төпкөл ауылдарҙың яҙмышы нисек булырын алдан уҡ белеп эш иткән, Илкәнәйҙе ошонда нигеҙләгән? 
Илкәнәйҙә халыҡ гөр килеп йәшәй. Һыу торбаларын яңырттылар яңыраҡ, уңарсы юлдарын да тәртипкә килтергәйнеләр. Мәсеттәре лә яңырҙы. Йәшә генә. Былары ғына етмәгән, "Айыҡ ауыл"да еңәбеҙ тип тә ныҡыша илкәнәйҙәр. Еңеүҙәренә шик юҡ, был конкурста улар ҙа еңмәһә, тағы кем еңә? 
....Илкәнәйҙе күргәнебеҙ юҡ? Килегеҙ, күрегеҙ. Уны оҙаҡ эҙләп йөрөргә тура килмәҫ, яңы ғына ҡуйылған бынау ҙур баннер әллә ҡайҙан уҡ күренеп, сәләмләп торор. Килгәс, үҙегеҙ ғәжәп итерһегеҙ: былар ғәләмәт йәшәй икән! 
Автор:Дим Ильясов
Читайте нас: