Все новости
Ерҙәребеҙ, һыуҙарыбыҙ
4 Февраля 2023, 09:52

Шөрләү

Кемдер ҡыуана, икенсеһе бирләнә.

Шөрләү
Шөрләү
Яҡут ауылы янында оҙаҡламай (уны быйыл уҡ төҙөй башларға уйлайҙар) санаторий барлыҡҡа килә тигән яңылыҡты төрлөһө төрлөсә ҡабул итте. Ҡыуанырға кәрәк: 120 яңы эш урыны асыла (бында яҡуттар эшләрме икән?), отель, дауалай торған корпусынан тыш, рестораны, ашханаһы, балалар өсөн уйнар майҙансығы була, спорт майҙансығы ла ҡуялар.... Шәп бит? Шәплеген шәптер ҙә, ә беҙгә бынан ни файҙа, санаторий тип әллә күпме ауыҙ һыуын ҡойма, бындай бәхет беҙҙең һымаҡ ябай халыҡҡа тәтегәне бик булманы, бынан ары булмаҫ та - «Не жили хорошо, нечего и начинать». Ресторан... Беҙҙең аҡса менән... Яланға ғына сығып, түшәк йәйеп ултырмаһаҡ. Отель тигәндә лә, исеме үк өркөтөп тора, беҙгә, ана, Рәжәп Юлбарисов әтмәләп ҡуйған вагончиктары ла бик килешә ине. Ярлы, ҡойто, әммә үҙеңдеке.  Яҡут батҡағы. Әле теләгән мәлеңдә бар ҙа сум тигәндәй, ә бынан ары, таҙа кәүҙәле егеттәр юлға арҡыры баҫып, үткәрмәй торорҙармы икән? 
Материал гәзиттә, киләһе һанда, тулы килеш бирелә. 
Автор:Дим Ильясов
Читайте нас: