Все новости
Эш сәфәре
22 Мая 2018, 12:29

ШӘХСИ КҮҘӘТЕҮЕНӘ АЛДЫ

Үткән аҙна аҙағында Башҡортостан Республикаһының Торлаҡ-коммуналь хужалығы министры Сергей Афонин Күмертауҙа эш сәфәре менән булды. Ул ҡаланың Гагарин исемендәге паркында реконструкция эштәренең нисек барышы менән яҡындан танышты.

«Беҙ подрядсыларға был объектта эштәрҙе сифатһыҙ итеп башҡарыуға юл ҡуймаясаҡбыҙ», – тине ул. Ремонт эштәре барышын министр ҡәнәғәтләнерлек тине. Сергей Афонин фекеренсә, был объектта Торлаҡ-коммуналь хужалығы министрлығының, ҡала властарының һәм бизнестың көстәрен бергә тупларға кәрәк. Әле эштәр график буйынса бара. Төп эштәр 2019 йылда тамамланырға һәм 2020 йылға парк тулыһынса әҙер булырға тейеш.

Министрҙың эш сәфәре ваҡытында ҡала паркы өсөн ниндәй аттракциондар алырға кәрәклеге мәсьәләһе ентекле тикшерелде. Ремонт эштәре барышын Сергей Афонин үҙенең шәхси күҙәтеүенә алды.

Читайте нас: