Все новости
Эш сәфәре
19 Февраля 2019, 14:59

Ышанабыҙ

Шул уҡ көндө Көйөргәҙе районында эш сәфәре менән тағы бер депутат, БР Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтайының Урындағы үҙидаралыҡ, гражданлыҡ йәмғиәте институттарын һәм киң мәғлүмәт сараларын үҫтереү комитеты рәйесе Сергей Иванович Афонин булып китте.

Яҡташыбыҙҙы беҙҙең район Хакимиәтенә Бөгөлсән ауылы халҡының мәктәптәренә капиталь ремонт яһауҙы һорап мөрәжәғәт итеүҙәре алып килгән. Депутат был һорауҙы Өфөлә күтәргән дә инде. Әле район етәкселеге менән 102 уҡыусы уҡыған Бөгөлсән урта мәктәбенә капиталь ремонт эшләү өсөн күпме финанс талап ителәсәге хаҡында ентекле һөйләшеүҙәр үткәрҙе. Тиҙҙән яңы уҡыу йылын Бөгөлсән мәктәбе уҡыусылары ялтлап торған мәктәптә ҡаршылар, тип ышанабыҙ.
Читайте нас: