Все новости
Эш сәфәре
9 Апреля 2019, 12:44

Ҡайтыуға өгөт

Үткән аҙна, йома көндө, Күмертау дауаханаһының баш табибы Олег Астахов менән Көйөргәҙе районы муниципаль район Хакимиәте башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Юлай Ильясов Ырымбур дәүләт медицина университеты саҡырыуы буйынса эш сәфәре менән Ырымбур ҡалаһына барҙы.

Үткән аҙна, йома көндө, Күмертау дауаханаһының баш табибы Олег Астахов менән Көйөргәҙе районы муниципаль район Хакимиәте башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Юлай Ильясов Ырымбур дәүләт медицина университеты саҡырыуы буйынса эш сәфәре менән Ырымбур ҡалаһына барҙы. Улар был юғары уҡыу йортон быйыл тамамлаясаҡ сығарылыш студенттарын, йәғни яҡташтарыбыҙҙы үҙ тыуған яҡтарына эшкә ҡайтырға өгөтләне. Һөҙөмтәлә 2 буласаҡ табип, Күмертауға ҡайтасаҡбыҙ, тип һүҙ бирҙе. Ырымбур ҡалаһы яҡын булғас, Күмертау ҡалаһынан, Көйөргәҙе районынан уның вуздарында йәштәребеҙ күп уҡый. Мединституттағы тағы ла 9 студентыбыҙ, ординатураны уҡып бөткәс, тыуған яҡтарыбыҙға эшкә ҡайтасаҡбыҙ, тип ышандырҙы эш сәфәре менән килеүселәрҙе. Тик баш табип бер нәмәгә аптырап ҡайтҡан: шул уҡ ваҡытта ырымбурҙар үҙҙәрендә уҡытҡан белгестәрен беҙгә бирергә бер ҙә ашҡынып тормай икән.
Читайте нас: