Все новости
Эш сәфәре
30 Апреля 2019, 13:02

Мөмкинлеге бармы?

Үткән шәмбе Көйөргәҙе районы муниципаль район Хакимиәте башлығы Юлай Талха улы Ильясов республикаға яҡшы билдәле Яҡут тоҙло күленең хәл-торошо менән барып яҡындан танышты. Ул эш сәфәре ваҡытында был күлде ҡуртымға алыусы Рәмил Рәжәп улы Юлбарисов һәм «Бөрйән кластеры» инвесторы, Кинйә Арыҫланов исемендәге мәрхәмәтлелек фонды етәксеһе Марс Хәбибулла улы Юлбарисов менән осрашты. Һуңғы ваҡытта Яҡут күлендә ял итеүселәргә улар тарафынан уңайлыҡтар булдырыу өсөн ниндәй эштәр башҡарылыуы анализланды, күлдең артабанғы яҙмышын нисек күҙаллауҙары хаҡында фекер алышынды.

- Күл уникаль булыуы менән әһәмиәтле, уның батҡағы менән дауаланыу өсөн бөтә илдән бында киләләр. Был урындың киләсәге, инфраструктураһын үҫтереү, батҡаҡ менән дауалау шифаханаһы төҙөү мөмкинлеге бармы? Беҙ хәҙер ошо мәсьәләләрҙе асыҡларға тейешбеҙ, - тине Юлай Талха улы.

Эште оҙаҡҡа һуҙмаҫҡа булдылар: 14 майҙа Яҡут күленең артабанғы яҙмышын хәл итеү буйынса «Башҡортостан Республикаһын үҫтереү корпорацияһы»нан киләсәктәр. Йәй көнө шулай уҡ Мәскәүҙән «Главгеопроект» ойошмаһы килеп, дауалау өсөн батҡаҡ һәм тоҙло һыу күләмен билдәләйәсәк. Шунан сығып был күлгә инвестициялар һалыу кәрәкме, юҡмы икәнлеге асыҡлансаҡ. 30 июлгә тиклем Башҡортостан Республикаһының эшҡыуарлыҡ һәм туризм буйынса дәүләт комитетына документтар әҙерләнәсәк.

Рәмил ЮЛБАРИСОВ,

эшҡыуар:

- Яҡут күленең артабанғы яҙмышы буйынса мин бер аҙна алда Юлай Талха улында булып, һөйләшкәйнем. Был мәсьәлә менән Марс Хәбибулла улы ла «Бөрйән кластеры»на бәйле ҡыҙыҡһына, ул да яңы хакимиәт башлығында ҡабул итеүҙә булған икән. Мәсьәләне урынға барып, үҙ күҙҙәре менән күреп өйрәнергә булды Юлай Талха улы.

Аңлауығыҙса, Яҡут тоҙло күлен артабан үҫтереү буйынса ике вариант бар: «Бөрйән кластеры»на бәйле һәм элеккесә ҡуртымға алыу кимәлендә ҡалдырыу. Ҙур шифахана төҙөргә Яҡут күленең батҡағы һәм тоҙло һыуы етерме, унан ҡала, әгәр беҙ батҡаҡты, тоҙло һыуҙарҙы, ҡуҙғатабыҙ икән, улар эсәр һыулы күлдәргә кире йоғонто яһамаҫмы? Яңы шифахана төҙөлә ҡала икән, унда урындағы ябай халыҡтың йөрөп дауаланыу өсөн финанс мөмкинлектәре булырмы? Бына шулар хаҡындағы фекерҙәремде яңы башлыҡҡа еткерҙем. Күлде ҡуртымға алып, пенсионерҙар, районыбыҙ халҡы өсөн дауаланыу мөмкинлектәре тыуҙырыу маҡсатҡа ярашлыраҡ булыр, тинем. Ул, шулай ҙа геологик тикшеренеүҙәр үткәрергә кәрәк, шунан артабан ҡарарбыҙ, тине.
Читайте нас: