Ауыл хужалығында байрам да, ял да юҡ. Әлеге ваҡытта был тармаҡ баш көллө сәсеү эштәренә сумған. Ямғыр булмағанлыҡтан, баҫыу ерҙәренең дымлылығының аҙ булыуын иҫәпкә алып, ауыл хужалығы хеҙмәтсәндәре алдында ҡыҫҡа ваҡыт эсендә сәсеү эштәрен тамамлау бурысы тора.
Байрам көндәрендә эш сәфәре менән беҙҙең районға килгән БР Хөкүмәтенең Премьер-министр урынбаҫары вазифаһын башҡарыусы, БР Ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов район хакимиәте башлығы Юлай Ильясов, ауыл хужалығы буйынса беренсе урынбаҫар Нәүғәт Хисмәтуллин менән бергә «Мәләүез» фәнни-етештереү берекмәһендә булдылар. Был ваҡытта хужалыҡта шәкәр сөгөлдөрө сәсеүҙе тамамлау эштәре бара ине. Артабан улар «Көйөргәҙеһөт», «Ремонтник», «Ватан», «Түкән», «Искра», Киров исмендәге, «А7 Агро-БР» хужалыҡтарының эшмәкәрлеге менән яҡындан танышты. Бар хужалыҡтарҙа ла әлеге көндә иген һәм техник культуралар (көнбағыш, шәкәр сөгөлдөрө) сәсеү эштәре гөрләй. Шул уҡ ваҡытта улар ужым культураларын туҡландырыу эше менән дә мәшғүл.
Илшат Фәзрахманов бигерәк тә «Искра» хужалығының No-till технологияһын ҡулланыуы менән ҡыҙыҡһынды. Нәүғәт Хисмәтуллин әйтеүенсә, был технологияны Башҡортостанда ике генә хужалыҡ - «Искра» һәм Әбйәлил районындағы «Красная Башкирия» тулы кимәлдә ҡуллана. Шулай уҡ Илшат Илдус улы Мәләүез ит комбинатынан Керәүлегә килергә йыйынған яңы инвесторҙарҙың вәкилдәре менән оҙаҡ ҡына әңгәмәләште, уларҙың перспективалары, ниндәй эштәр планлаштырыуы хаҡында белеште. «Рәсәйҙең иң эре хужалыҡтары продукцияһы күбеһенсә экспортҡа йүнәлтеләсәк. Шулай итеп, эске баҙарҙы азат итеп, «Искра», Киров исемендәге һәм башҡа хужалыҡтар өсөн хаҡтарҙы яйға һалырға мөмкинлек буласаҡ», - тигән һүҙҙәрен дә еткерҙе министр.
Илшат Илдус улы белдереүенсә, аграрийҙар быйыл 15-20 майға тиклем иртә культураларҙы сәсеп бөтөргә, ә барлыҡ башҡа сәсеү эштәрен 10 июнгә тамамларға планлаштыра. Әле районда, 6 майға ҡарата мәғлүмәттәр буйынса, 21 108 га майҙанда, йәғни сәселә торған майҙандың 30,7%-ында сәсеү эштәре башҡарылған.