Все новости
Эш сәфәре
14 Мая 2019, 12:33

Боҙ ҡуҙғалды

10 майҙа Башҡортостан Республикаһының Транспорт һәм юл хужалығы дәүләт комитеты рәйесе, яҡташыбыҙ Тимур Мөхәмәтйәнов эш сәфәре менән беҙҙең яҡтарҙа булды. Был көндө район хакимиәте башлығы Юлай Ильясов, ауыл советы хакимиәте башлыҡтары, предприятие һәм учреждениелар етәкселәре ҡатнашлығындағы кәңәшмәлә райондың юл хужалығы һәм транспорт комплексы һорауҙары тикшерелде.

Эш сәфәре барышында Тимур Рәфис улы Ермолаевоның иң проблемалы булған — Завод, Чкалов һәм Тыныслыҡ проспекты урамдары юлдарын һәм шулай уҡ Бөгөлсән-Өфө-Ырымбур юлын ҡараны. Быйыл 30 июнгә тамамланырға планлаштырылған Оло Юшатыр йылғаһы аша һалынған күперҙең дә эш барышы менән танышты.

Көйөргәҙе районы өсөн был сәфәр бик уңышлы булды. Бында Ольховка-Маяҡ юлын төҙөү тураһында һөйләшелде. Был автомобиль юлының проекты 8,389 км тәшкил итә.

Ермолаевоның урау юлы менән бәйле проблема буйынса «Юшатыр» гәзите күп яҙҙы. Был тирәлә йәшәүсе халыҡ та Маяҡ заводына йөрөүсе машиналарҙың күп йөрөүенә, саң-туҙандан тын алырлыҡ булмауы хаҡында һәр килеүсегә зарлана. Шулай итеп, боҙ ҡуҙғалды, тиҙҙән урау юлы проблемаһы хәл ителәсәк. Был проект өсөн генә 20 млн һум аҡса талап ителә. Тимур Рәфис ул аҡсаны бүлергә вәғәҙә иткән. Проект әҙер булғас, барлыҡ башҡа эштәрҙе атҡарып сығыр өсөн тағы ла 200 млн һум аҡса кәрәк буласаҡ.

Тимур Мөхәмәтйәнов үҙенең эш сәфәре барышында шулай уҡ Күмертауҙың тимер юл вокзалы торошон да күҙәтеп сыҡты.

Белеүегеҙсә, Тимур Мөхәмәтйәнов Күмертау ҡалаһында тыуған. Уның олатаһы Зәк-Ишмәт ауылында йәшәй. Юл ыңғайы Тимур Рәфис улы тыл хеҙмәтсәне, хеҙмәт ветераны булған 86 йәшлек олатаһы Ғаян Мөхәмәтйәновтың хәлен белеп, Еңеү байрамы менән ҡотлап сығырға ла ваҡыт тапты. «Уның эш һөйөүсәнлеге, тулыһынса хеҙмәткә бирелеүе миңә һәр саҡ өлгө булып торҙо. Олатайымды ла, өләсәйемде лә һуғыш тәрбиәләгән. Улар ниндәй ауыр заманда ла бирешмәгән, ә, киреһенсә, көслө, аҡыллы һәм ҡыйыу булғандар. Олатайым һәр ваҡыт иртә таңдан торҙо, бик күп эшләне һәм намыҫлы йәшәне», - ти Тимур Мөхәмәтйәнов үҙенең олатаһы хаҡында.
Читайте нас: