Ял көндәрендә эш сәфәре менән районыбыҙға БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары – Башҡортостан Республикаһының торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры Борис Беляев килде. Ул райондағы эштәр барышы менән яҡындан танышты. Подрядсылар эше, сүп-сар контейнерҙарының торошон, подъездарҙа, йорттарҙа эшләнгән ремонттарҙың сифатын үҙ күҙҙәре менән күрҙе ул. “Башҡорт ихаталары” программаһы сиктәрендә яңы йорттарҙы ремонтлаған ваҡытта иғтибарҙы нығыраҡ тирә-яҡты йәшелләндерергә, балалар майҙансыҡтарын хәүефһеҙ материалдар менән көпләргә тәҡдим итте министр.
Ермолаеволағы таҙартыу ҡоролмаһы төҙөлөшөн тикшерергә лә ваҡыт тапты Борис Владимирович. Әйткәндәй, был ҡоролма ағымдағы йылдың июнь айында сафҡа индереләсәк. Һуңынан министр 1-се яғыулыҡ ҡаҙанының эше менән танышты. Был ҡаҙан 23 күп фатирлы йорттарҙы һәм 10 социаль объектты йылылыҡ менән тәьмин итә. Ул ҙур ғына ремонт талап итә, шуға ла реконструкция яһауҙы оҙаҡҡа һуҙмайынса, 2020 йылдың программаһына керетергә планлаштыралар.
- Хәл итәһе һорауҙар күп. Ләкин ошоларҙы уңышлы хәл итер өсөн районда йәшәгән граждандар үҙҙәре активлыҡ күрһәтергә бурыслы. Шулай уҡ урындағы етәкселәр ҙә өлгөр, талапсан, яуаплы булырға тейеш, - ти Борис Владимирович. – Бары тик шунда ғына был өлкәлә булған проблемаларҙы йырып сығырға мөмкин.
Нәүғәт ХИСМӘТУЛЛИН, район хакимиәте башлығының 1-се урынбаҫары:
- Борис Владимирович районыбыҙҙа проблемалы участоктар менән танышты. Ул ҡараған яғыулыҡ ҡаҙанына реконструкция яһау өсөн проект документтары бар, экспертиза үткән, эштәрҙе башҡарыуҙы 65 млн һумға баһаланылар. Борис Владимирович документтар менән танышҡандан һуң, мәсьәләне хәл итеү өсөн аҡса бүлергә ярҙам итәм тип вәғәҙә итте. Таҙартыу ҡоролмаларын ремонтлау өсөн бүленгән аҡса үткән йыл тотонолоп бөтмәгән, ул аҡсаларҙы ла министр быйылға күсерергә ярҙам итәсәген белдерҙе. Ғөмүмән, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығы етәксеһе булған проблемаларҙы аңлап ҡабул итә, хәл итеү юлдарын аңлата, кәңәштәрен бирә. Был йәһәттән, уның килеүе беҙҙең район өсөн файҙалы булды.