Ниһайәт, Радий Хәбиров Көйөргәҙе еренә аяҡ баҫты. Һәм шунда уҡ һәйбәт яңылыҡ: Башлыҡ Бөгөлсән мәктәбен ремонтларға аҡса бирергә вәғәҙә итте. Барлығы 15 миллион һум аҡса талап ителә икән. Был мәктәп боронғо һанала: 1968 йылда уҡ төҙөлгән. Беҙҙең Юлай Ильясовҡа йәш педагогтарҙы ҡурсалап торорға кәрәк тип әйтте. Ауылдағы күп балалы ғаиләләр менән дә әңгәмәләшергә ваҡытын тапты Радий Фәрит улы.
Бөгөлсәндә күп бала үҫтергән ғаиләләр һаны 28. Кисә Салауат Юлаев уйынында ла булғайны Башлыҡ, хоккейҙы, беҙҙең кеүек үк, ныҡ ярата, Бөгөлсән балаларын ул хоккей ҡарарға саҡырып ҡыуандырҙы.