Республика башлығының кисәге сәфәре беҙҙең яҡтарҙа ярайһы ғына шау-шыу тыуҙырҙы – шулай булмай, етәксене тере күҙ менән йыш күрмәйбеҙ, ул килгәндә байтаҡ проблемалар ҙа хәл ителеп ҡала торған. Проблема тигәндән, Күмертауға аяҡ баҫҡас, Радий Фәрит улы, әлбиттә, зарлы-данлы КүмАПП заводына ла инмәй китмәне. Был турала хәбәр бик ҡойто ғына, булды, осрашты, һөйләште. Юҡһа, ҡаланы тотоп торған был завод тураһында төрлө имеш-миештәр йөрөй: эшселәрҙе ҡыҫҡарталар икән, хатта бөтөнләй ябыла икән. Нисек кенә булһа ла, күмертауҙар өмөттә ҡала: КүмАПП артабан да көслө ҡеүәт менән эшләр, Бразилия, Көнъяҡ Корея, Ҡытай, Һиндостан, Канада, Португалия, Австралия, Япония һымаҡ илдәр һатып ала вертолеттарҙы, заказдар ғына, ситкә китмәй,беҙгә килһен, Хәбировтың завод эштәре менән яҡындан танышыуы быға этәргес булыр, тип ышанабыҙ.