Шәбағыш ауылында булғандан һуң Радий Фәрит улы «Ватан» хужалығына юл алды. Белеүегеҙсә, был хужалыҡ 2001 йылдан бирле уңышлы эшләп килә һәм районда берҙән-бер орлоҡсолоҡ менән шөғөлләнеүсе предприятие.
Республика Башлығы хужалыҡ менән яҡындан танышып, башҡорт аттары менән фотоға төшөп, күптән түгел генә һатып алынған инсинераторҙың (был турала «Юшатыр» яҙҙы) эшен күреп сыҡҡас, уларҙың колбаса цехына ла һуғылды. Бында ул хужалыҡ етештергән продукцияны тәмләп ҡараны, район хужалыҡтары етәкселәре менән аралашты һәм «Ватан» хужалығы етәксеһе Ғәйнетдин Мөхәмәтовты икенсе аҙнаға Хөкүмәттә үтәсәк инвестсәғәткә саҡырҙы.
- Радий Фәрит улының эшлекле, булдыҡлы кеше икәнен алдан уҡ белә инем һәм быға тағы бер тапҡыр инандым. Һәр кеше менән ҡул биреп күрешеп, ябай телдә һөйләшә, һәр кем менән уртаҡ тел таба белә. Беҙҙең ҡыҙҙар сәй тәҡдим иткәс тә, матур итеп, башҡортса: «Мин сәйҙе һөтләп эсәм», - тине. «Ватан»дың продукцияһын бик оҡшатты. «Һеҙҙең турала ишеткәнем бар ине. Әммә ошондай юғары кимәлдә эшләүегеҙҙе белмәй инем әле», - тине ул һәм колбаса цехын, баҫыу ерҙәрен киңәйтеү, шулай уҡ башҡа проблемаларҙы хәл итеү маҡсатында инвестсәғәткә саҡырҙы, - ти был осрашыу хаҡында Ғәйнетдин Ғәзиз улы.
«Ватан» хужалығының аттарын күргәс тә, шунда уҡ фотоға төшә һалып: «Беҙ, башҡорттар, ныҡ түҙем халыҡ, хәс тә башҡорт аттары һымаҡ. Йәл, аҙыҡты ошо аттар һымаҡ ҡар аҫтынан тибенеп таба алмайбыҙ», - тип яҙҙы Радий Хәбиров интернет селтәрендә.