Кисә, гәзит сығып барғанда, Бөтә Донъя Башҡорттары Ҡоролтайы (Конгресы) Президиумы ағзаһы Фәнит Моратбаҡыев менән «Ватан» хужалығы рәйесе Ғәйнетдин Мөхәмәтовтың Күмертауҙа мәсет төҙөү һорауы буйынса ҡала хакимиәте башлығы Олег Фролов менән осрашыуы билдәле булды. Осрашыу ваҡытында Олег Юрьевич был мәсьәлә буйынса инициатив төркөм төҙөргә, уның составына Азат хәҙрәт Хәлиловты менән Салауат хәҙрәт Баймөхәмәтовты ла кертергә тәҡдим итә. Һуңынан ошо инициатив группа менән бергәләп мәсет төҙөләсәк урынды билдәләйәсәкбеҙ, мәсеттең проектын төҙөү һәм башҡа шуның кеүек мәсьәләләрҙе хәл итәсәкбеҙ, ти Күмертау башлығы.