Ермолаевола Радий Хәбиров бассейндың төҙөлөш барышын ҡараны. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 1,4 мең квадрат метр майҙанлы бинаны төҙөү өсөн 130 млн һум финанс һалынды. Бында әле төҙөлөш эштәре тамамланыуға бара, әлеге көндә биҙәкләү эштәре гөрләй. Тиҙҙән бассейнға кәрәкле йыһаздар ҙа килтереләсәк. Республика етәксеһе төҙөлөш эшен 20 апрелгә тиклем тамамларға ҡушты һәм һуңыраҡ инде бассейн эргәһендә урынлашҡан физкультура-һауыҡтырыу комплексына туранан йылы аралыҡ төҙөүҙе планлаштырыр кәрәклеген белдерҙе.
Шулай итеп, зарығып көткән Ермолаеволағы бассейн тиҙҙән, ниһайәт, үҙ ишектәрен асыр, тип ышанабыҙ. Үҙем контролдә тотасаҡмын, тине бит Радий Фәрит улы.
Республика Башлығының эш сәфәре күптән түгел генә яңы һулыш алған «Йәшлек» мәҙәниәт һарайында дауам итте. Белеүегеҙсә, бында 95 млн һумға капиталь ремонт эшләнде һәм 325 урынлыҡ заманса кинозал булдырылды. «Йәшлек» директоры Зөлфирә Эйтерник Радий Фәрит улына мәҙәниәт һарайының күтәрмәһен ремонтларға, пандустар ҡуйырға һәм тирә-яғын йәмләр өсөн өҫтәлмә финанс кәрәк булыуы хаҡында белдерҙе.
- Сараһын күреп, ремонт эштәрен тамамлап ҡуйыр кәрәк. Бында бит йәй көнө Фольклориада үтәсәк. Шуға күрә тирә-йүне идеаль хәлдә булырға тейеш, - тине Р. Хәбиров һәм вице-премьер Б. Беляевҡа тиҙ арала 8 млн һум аҡса табырға ҡушты.
Ермолаевоның спорткомплексы менән дә танышты Башлыҡ. Физкультура, спорт һәм йәштәр сәйәсәте буйынса комитет рәйесе Василий Копылов уңайҙы файҙаланып, көйөргәҙеләрҙең 8 йыл рәттән республикала Ауыл спорт уйындары буйынса беренселекте яулауҙары һәм шулай уҡ башҡа ярыштарҙа ла призлы урындар ғына алыуҙары менән маһайып алды.
Радий Фәрит улы райондың Күп функциялы үҙәк эше белгестәре һәм етәкселек менән һөйләште һәм уларҙан эш хаҡтары менән ҡәнәғәт булыуҙары, сират булмауы тураһында белде.
Шул арала Республика етәксеһе район халҡы менән әңгәмәләшергә лә өлгөрҙө. Халыҡ ауылдарға транспорт йөрөмәүе хаҡында борсолоуын әйтте.
- Бөтә район үҙәктәре лә Өфө ҡалаһы менән бәйләнештә булһын өсөн «Башавтотранс» менән килешеү әллә ҡасан төҙөлдө. Быйыл республикала 500-ҙән ашыу кеше йәшәгән ауылдарҙы даими автобус бәйләнеше менән тәьмин итеү бурысы тора. Ауыл халҡының күп функциялы үҙәккә, дауаханаға, район хакимиәтенә килеү мөмкинлеге булһын өсөн был бик мөһим. Әле беҙ Советтар Союзында төҙөлгән маршруттарҙы өйрәнәбеҙ, улар һәйбәт уйланылған һәм беҙгә ошо тәжрибәне файҙаланырға кәрәк - тине Р. Хәбиров.
Ермолаевола Р. Хәбиров Советтар Союзы Геройҙары һәйкәленә сәскәләр һалырға ла онотманы.
Ғөмүмән әйткәндә, Республика Башлығының эш сәфәре барышында күтәрелгән бөтә мәсьәләләр буйынса тейешле министрлыҡтарға һәм ведомстволарға йөкләмәләр бирелде. Район хакимиәте башлығы Юлай Ильясов билдәләүенсә, уҙған йылда Башҡортостан етәксеһенең ҡарарына ярашлы районда юлдарға ваҡ таш түшәү буйынса ҙур эш башҡарылды. Быйыл был эште дауам итеү, ҡайһы бер участкаларҙа асфальт түшәү ҡарала. Район үҙәге Ермолаевоның «Төньяҡ» биҫтәһендә һыу менән тәьмин итеү мәсьәләһе хәл ителә.