Ермолаевола үҙенең эш сәфәренең маршрутын ҡапыл ғына үҙгәртеп, Радий Хәбиров уҡыусыларҙы ташыусы мәктәп автобусын тикшереп сығырға булды. Ул юлға сығырға әҙерләнгән автобустарҙың береһенә кереп, оҙатыусы һәм балалар менән аралашты һәм ҡәнәғәт булыуын йәшермәне:
- Автобус уңайлы, төҙөк, водитель бөхтә, оҙатыусы ла бар. Нисек тейеш, шулай йөрөтәләр уҡыусыларҙы. Минең улар өсөн күңелем тыныс. Балаларҙы уңайлы, йылы шарттарҙа йөрөтөүҙәре минең өсөн бик мөһим, - тине ул.
Республика етәксеһенең эш сәфәре ошоноң менән Көйөргәҙе районында тамамланды. Радий Фәрит улы Юлай Ильясов менән әңгәмәләшкән саҡта Маяҡ ауылы аша урау автоюл проекты, мәктәп-ара стадион булдырыу һәм шулай уҡ йәмәғәт территорияларын төҙөкләндереү тураһында һөйләне.
- Мин автобустарҙың Күмертау аша үтеүе менән бәйләп транспорт системаһы оптимизацияһы планын әҙерләргә ҡуштым. Район эшҡыуарҙарын үҙемә «Инвестсәғәт»кә саҡырҙым. Унда беҙ ауыл хужалығы продукцияһын эшкәртеү предприятиелары үҫеше, уларҙың Өфө баҙарҙарына һәм башҡа баҙарҙарға сығыуы хаҡында әңгәмәләшәсәкбеҙ, - тине Р. Хәбиров райондағы сәфәренә йомғаҡ яһап.