22 ғинуарҙа Көйөргәҙе районына һәм Күмертау ҡалаһына Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров эш сәфәре менән килеп ҡайтты. Радий Фәрит улы ауыл хужалығы предприятиелары, мәғариф һәм мәҙәниәт учреждениелары, спорт объекттары төҙөлөшө барышы менән танышты һәм шулай уҡ территория үҫеше перспективалары хаҡында фекер алышты.
Радий Фәрит улы иң тәүҙә Бөгөлсән мәктәбендә булды. 1968 йылда уҡ төҙөлгән ауыл мәктәбе ошо көнгәсә капиталь ремонт күрмәгән. Мәктәп директоры Айгөл Йосопова белдереүенсә, бөгөндән үк ҡыйыҡты һәм иҙәнде ремонтларға, тәҙрәләрҙе алыштырырға, йылылыҡ биреү һәм электр системаһын модернизацияларға кәрәк. Был эштәрҙе башҡарыр өсөн 15 млн һум аҡса талап ителә. Республика Башлығы финанс мәсьәләһен хәл итергә һәм быйыл йәй үк ремонт эшенә тотонорға команда бирҙе. Шулай уҡ ул бар эште лә теүәл башҡарырға, туҡланыу блогын һәм тирә-яҡты йәмләндереү эштәрен дә онотмаҫҡа, йәш педагогтарҙы һәр саҡ ҡурсалап торорға тәҡдим итте. Беҙ ҙә 102 уҡыусы белем алған мәктәп тиҙҙән яңы төҫ алыр, тип ышанабыҙ.
Радий Фәрит улы Бөгөлсәндә Ленин ауыл советына ҡараған күп балалы ғаиләләр менән осрашырға ла ваҡыт тапты. Бында 28 күп балалы ғаиләлә барлығы 101 бала тәрбиәләнә. Ата-әсәләр үҙҙәрен борсоған һорауҙарын да әйтмәй ҡалманы. Уларҙы күбеһенсә балалар пособиеһы, балалар баҡсаһына сертификат, социаль контракт механизмын кертеү, башланғыс класс уҡыусыларын йылы аш менән тәьмин итеү, вахтовиктарҙы тыуған яҡтарына ҡайтарыр өсөн республикала эш урындары булдырыу мәсьәләләре борсой. Р. Хәбиров В. Путиндың Мөрәжәғәтнамәһендә әйтелгән буйынса уҡыусыларҙың йылы аш менән тәьмин ителәсәге, күп балалы ғаиләләргә лә ҙур ярҙам буласағы хаҡында белдерҙе. «Иң тәүҙә ауыл мәктәптәрен күҙ уңында тотасаҡбыҙ», - тине ул һәм үҙе лә ныҡ хоккей яратҡас, Бөгөлсән балаларын Өфөгә Салауат Юлаев уйынын ҡарарға саҡырып ҡыуандырҙы.