Все новости
Эш сәфәре
24 Января 2020, 13:20

«Ҡәтғи тыйыла»

Р. Хәбировтың Күмертауҙағы эш сәфәре Маяҡ ҡасабаһынан башланды.

Р. Хәбировтың Күмертауҙағы эш сәфәре Маяҡ ҡасабаһынан башланды. Бында ул декабрҙә генә асылған яңы 150 урынлыҡ балалар баҡсаһында булды. Белеүебеҙсә, бындағы элекке балалар баҡсаһы авария хәлендә ине. Был турала ҡала хакимиәте башлығы Олег Фролов республика етәксеһенә хәбәр итте.
Балалар баҡсаһы хеҙмәткәрҙәре менән аралашҡан ваҡытта Башҡортостан Башлығы балалар туҡланыуы мәсьәләһен үҙәккә ҡуйҙы һәм республиканың аҙыҡ-түлек сифатына ныҡ иғтибар итеүен белдерҙе. Төбәк етәксеһе балалар өсөн аш-һыу әҙерләгән саҡта сит илдән алып киленгән блоклы иттәрҙең ҡәтғи тыйылыуын һыҙыҡ өҫтөнә алды.
Читайте нас: