Радий Хәбиров эш сәфәре барышында Шәбағыш ауылында йәшәгән 93 йәшлек Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Рәшит Ишморатовҡа барҙы, ветеранды яҡынлашып килгән Еңеүҙең 75 йыллығы байрамы менән ҡотланы.
Республика Башлығы Рәшит олатай менән бергә сәй табынында рәхәтләнеп әңгәмәләшеп тә алды. «Миңә һеҙҙең хоккей ҡарарға яратыуығыҙ, «Салауат Юлаев» өсөн янып-көйөүегеҙ хаҡында әйттеләр, шуға күрә һеҙгә ҙур телевизор бүләк итергә булдым. Республикала Бөйөк Еңеүҙе байрам итеүгә әүҙем әҙерлек алып барабыҙ. Бик күп саралар буласаҡ, айырыуса, ветерандарға иғтибар бүләсәкбеҙ», — тине Радий Фәрит улы һәм ветеранға оҙон ғүмер, ныҡлы сәләмәтлек теләне.
Рәшит Әхмәҙулла улы 1943 йылдың ноябрендә Алыҫ Көнсығышҡа хеҙмәткә саҡырылған, 1945 йылдың авгусына тиклем Уссурийск крайы Ворошилов ҡалаһында (хәҙер Уссурийск) хеҙмәт иткән. 1946 йылдың көҙөнә тиклем Кореяла 38 параллель буйынса сикләү һыҙатында булған. 1950 йылдың майында демобилизацияланғандан һуң Рәшит Ишморатов Шәбағышҡа ҡайтып, Куйбышев исемендәге совхозда тракторсы булып эшләй башлай. Ветераныбыҙҙың дөйөм хеҙмәт стажы 67 йыл. Тормош иптәше менән 4 бала тәрбиәләп үҫтерәләр. Һуғышта күрһәткән ҡаһарманлыҡтары өсөн Рәшит олатай «Японияны еңгән өсөн», «Кореяны азат иткән өсөн» миҙалдары, «Отличник-пулеметсы» билдәһе менән бүләкләнә.
Рәшит Ишморатов менән осрашыуҙан алған тәьҫораттары тураһында Радий Фәрит улы былай тип яҙа:
- Төрлө бәхәсле һорауҙар, проблемалар, ҡатмарлы мәсьәләләр менән тулы осрашыуҙар мәлендә, ниндәйҙер бер ҡыҙыҡлы кеше менән осрашып һөйләшергә лә ваҡыт табырға тырышам. Шәбағышта йәшәүсе Рәшит Ишморатов үҙенең 93 йәшендә лә һаман ҡыйыу һәм ныҡ кеше. Ауыр һуғышты үтһә лә, беҙҙең ҡайһы бер сәләмәт йәштәребеҙҙән айырмалы рәүештә бик күп тапҡырға тормошто ярата һәм яҙмышына рәхмәтле, көслө рухлы була белә. Беҙ уның менән сәйәсәт, Еңеүҙе байрам итеүгә әҙерлек тураһында һөйләштек. Рәшит Әхмәҙулла улы республикала барған ваҡиғалар менән ҡыҙыҡһына, бер яңылыҡтар тапшырыуын да ҡалдырмай. Мин уның менән осрашыуҙан бик көслө ҡеүәт һәм киләсәккә ышаныс алып ҡайттым. Ошондай кешеләр алдында баш эйәм.
- Тормош тураһында, һуғыш тураһында һөйләшеп ултырҙыҡ Радий Хәбиров менән. Үҙебеҙҙең мосолман кешеһе бит ул, шуға ябай телдә, күрше менән һөйләшкән кеүек рәхәтләнеп әңгәмәләшеп алдыҡ. «Тиҙҙән Еңеүҙең 75 йыллығын билдәләйәсәкбеҙ, мөмкинлегегеҙ булһа, мәктәптәргә барығыҙ, уҡыусылар менән осрашып үҙегеҙ һуғышта күргән-кисергәнегеҙҙе һөйләгеҙ», - тине ул. Йөрөй алһаҡ, йөрөрбөҙ, Алла бирһә. Шайморатов генерал тураһында ла һөйләштек. Уға Герой исеме бирергә, һәйкәл ҡуйырға йыйыналар икән. Минең хоккей ҡарарға яратҡанды ла әллә ҡайҙан белеп торасы. Хоккейҙы өйҙә ултырып ҡына рәхәтләнеп ҡарарһың, тип ҙур телевизор бүләк итте, рәхмәт инде Радий Фәрит улына, - тигән тәьҫораттары менән бүлеште беҙҙең менән Рәшит олатай.